Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

29 һыу үткәргес яңыртыла

Республиканың 19 муниципалитетында «Эко-логия» милли проекты буйынса 29 һыу үткәргес ремонтлана.

Әлшәй, Баймаҡ, Бишбүләк, Бөрө, Благовар, Благовещен, Дәүләкән, Иглин, Ҡалтасы, Ҡыйғы, Кушнаренко, Мәсетле, Стәрлетамаҡ, Өфө, Федоровка, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә райондарында һәм Стәрлетамаҡта эсәр һыу сифат талаптарына тап килмәй. Ошоға бәйле, был ҡала-райондарҙа үҙәк һыу менән тәьмин итеүсе объекттар ремонтланасаҡ
Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь ху-жалыҡ министрлығынан белдереүҙәренсә, 2019-2024 йылдарҙа республикала һыу үткәргестәрҙе реконструкциялауға һәм төҙөүгә бөтәһе 4,255 миллиард һум йүнәлтеү күҙаллана. Шуның 4,16 миллиард һумы – федераль, 85 миллион һумы республика ҡаҙнаһынан бүленә.
Беҙҙең хәбәрсе.
Читайте нас: