Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостан урмандарына янғын хәүефе янай

Уларҙы нисек булдырмаҫҡа һәм һүндерергәБашҡортостан яна! Үкенескә ҡаршы, йыл да ҡабатланған урман янғындары миҙгеле быйыл ғәҙәттәгенән иртәрәк башланды. Бының сәбәпсеһе – аномаль йылы яҙ һәм күпселек төбәктәрҙә яуым-төшөмдөң булмауы. Был хәлгә өйрәнергә һәм күнергә ярамай. Урмандар тиҫтә йылдар дауамында ғына тергеҙелә. Әгәр һеҙ бер генә тапҡыр булһа ла урман яныуын күрһәгеҙ, быны ғүмерҙә лә онотмаясаҡһығыҙ.

Статистиканан күренеүенсә, барлыҡ янғындарҙың 82 процентының сәбәбе кеше факторына барып тоташа. Ҡалғаны йәшен арҡаһында сыға. Ғәҙәттә тәбиғәттәге янғын һүндерелмәгән тәмәке төпсөгө, шырпы, һунар мәлендә ҡулланылған тығыҙлағыс (пыж), майлы сепрәк йәки сүс еп, ҡояш нурын сағылдырыусы быяла шешә, автомобиль осҡононан сығыуы ихтимал. Иҫке үләнде үртәү, урман йәки торф ятҡылығы янында сүп-сар яғыу, ауыл хужалығы мәнфәғәтендә файҙаланыу йәки көтөүлектәр булдырыу маҡсатында ут ярҙамында биләмәләрҙе таҙалау ҙа янғын хәүефе менән янай. Әммә иң ныҡ таралған сәбәп – усаҡ яғыу.
Рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, ағымдағы йылдың 13 апреленән 9 майына тиклем 70 урман янғыны теркәлгән, мең гектарҙан ашыу ер зыян күргән. Уларҙың 20-һе ут менән һаҡһыҙ эш итеү арҡаһында сыҡҡан. Сағыштырыу өсөн: бер йыл элек республикала 310 га майҙанда 47 янғын осрағы теркәлгән булған. Йәйгеһен нимә булырын күҙ алдына килтереү ҙә ҡурҡыныс.
30 апрелдән Башҡортостан урмандарында янғынға ҡаршы айырым режим индерелде. Үткән аҙнала республиканың Урман хужалығы министрлығы һигеҙ районда, башлыса Урал аръяғы төбәгендә, урманға инеүҙе бөтөнләй тыйҙы. Был ҡарар 21 көн ғәмәлдә буласаҡ, әгәр хәл-торош үҙгәрмәһә, уны тағы ла оҙайтасаҡтар.
Көн һайын Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм Урман хужалығы министрлыҡтары инспекторҙары биләмәләрҙе, режимдың үтәлешен тикшерә. Ҙурыраҡ майҙандарҙы ҡарау өсөн коптер ҡулланыла – бейектән яҡшыра күренә бит.
Был осорҙа урманда
түбәндәгеләр тыйыла:
- ут менән файҙаланыу;
- һыҙылған шырпы, тәмәке төпсөгө ташлау;
- майланған, яныусан матдәләр һеңгән сепрәк һәм башҡа материалдарҙы ташлау;
- двигатель багына яғыулыҡ ҡойоу, төҙөк булмаған машина ҡулланыу, машина янында тәмәке тартыу йәки асыҡ ут яғыу;
- шешә йәки быяла ярсыҡтары ҡалдырыу, сөнки улар линза ролен үтәүе, йәғни ут тоҡандырыуы ихтимал;
- ағастар янында, урман аҡландарында үлән үртәү;
- ылыҫлы йәш урманда, торф ятҡылыҡтарында, ҡоро үләнле урындарҙа, ағас төбөндә ут яғыу;
- киңлеге ярты метрҙан да кәм булмаған, тупраҡҡа тиклем таҙартылған майҙансыҡта ғына усаҡ яғырға мөмкин. Һуңынан уны тупраҡ менән күмеп йәки төтәүе бөткәнсе һыу ҡойоп һүндереү мотлаҡ;
- елле көндә ут яғыу һәм уны ҡарауһыҙ ҡалдырыу;
- усаҡты һүндермәй китеү.
Республика урмандарында режим талаптарын үтәүҙе махсус мобиль төркөмдәр күҙәтеү аҫтында тота. Уның составына ҡотҡарыусылар һәм урмансылар индерелгән. Тыйыуҙы һанға һуҡмаусыларға ҙур ғына штрафтар ҡаралған: ябай граждандарға – биш мең һумға, юридик шәхестәргә 500 мең һумға тиклем. Әгәр һеҙҙең ғәйеп менән урманда янғын сыҡһа, бер миллион һумға тиклем штраф һалыныуы бар.
Урманда ҙур булмаған янғынды нисек һүндерергә?
Ялҡын телдәрен япраҡлы ағастарҙың ботаҡтары менән һуғып һүндерергә тырышығыҙ.
Тупраҡ ташлап, аяҡ менән ныҡлап баҫҡылағыҙ.
Утҡа һыу ҡойоғоҙ.
Әгәр ут сығыуына шаһит булып, уны үҙ көсөгөҙ менән һүндерә алмауығыҙҙы аңлаһағыҙ:
Эргә-тирәләге кешеләрҙең барыһын да хәүеф янаған биләмәнән сығыу зарурлығы хаҡында иҫкәртегеҙ.
Уларға юлға, киң аҡланға, йылға йәки һыу ятҡылығы буйына, яланға сығырға булышлыҡ итегеҙ. Хәүефле биләмәне тиҙ арала ҡалдырығыҙ, ут йүнәлешенә ҡарата перпендикуляр хәрәкәт итегеҙ.
Әгәр ут ҡамап алһа, һыу эсенә инегеҙ йәки еүеш кейем менән ҡапланығыҙ. Асыҡ урынға йәки яланға сыҡҡас, ергә ятып тын алығыҙ – унда төтөн аҙыраҡ була, быны эшләгәндә ауыҙ-танауығыҙҙы сепрәк йәки башҡа әйбер менән ҡаплағыҙ.
Янғын биләмәһенән сығыу менән был урын, уның майҙаны хаҡындағы мәғлүмәтте түбәндәге хеҙмәттәргә еткерегеҙ:
Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығының төбәк диспетчер хеҙмәтенә 8(347)218-14-14 (тәүлек әйләнәһенә).
Урман һағының тура линияһы: 8-800-100-94-00.
«Урманды һаҡлағыҙ» мобиль ҡушымтаһы аша (Google play, App Store, Windows Store).
Читайте нас: