30 майҙа республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Башҡортостан ҡалаларында һәм ауылдарында һабантуй көндәрендә алкоголь һатыуҙы сикләүгә йүнәлтелгән закон проектын ҡарай.
Шулай уҡ Йәштәр көнөндә (27 июндә), Белем көнөндә (1 сентябрҙә, әгәр 1 сентябрь йәкшәмбегә тура килһә, 2 сентябрҙә), республиканың һәр районында айырым бер көндә үткәрелгән һабантуй халыҡ байрамында спиртлы эсемлек һатыуҙы тыйырға тәҡдим ителә.
«Ябай булмаған ҡарар, — тип белдерҙе Радий Хәбиров республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә. — Был ҡарарҙы яҡлаусылар ҙа, ҡаршылар ҙа бар. Әммә республикала йәшәүселәрҙең күбеһе халыҡ байрамын тыныс шарттарҙа үткәреү яҡлы: спорт ярыштары, мәҙәни саралар, шуға күрә Дәүләт Йыйылышына шундай ҡарар ҡабул итеү тәҡдимен индерәбеҙ».
Республика етәксеһе әйтеүенсә, һабантуйҙың ыңғай һәм кире яҡтары ла бар. Һәр предприятие, хужалыҡ сәсеү эштәренең тамамланыуы уңайынан тирмә ҡора һәм йола буйынса ҡунаҡтарҙы һыйлай башлай.
«Әйҙәгеҙ, ҡунаҡтарҙы алкоголһеҙ эсемлек менән һыйлау йолаһын башлайыҡ, — тип тәҡдим итте Хәбиров. — Беҙҙең сикләүҙәр бөтәһенә лә: халыҡҡа ла, чиновниктарға ла, етәкселәргә лә ҡағыла. Юғиһә беҙ ошо идеяны юҡҡа сығарырбыҙ, ниәт изге, һаулыҡҡа һәм именлеккә йүнәлтелгән».
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл яҙ Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында бутлегерҙар менән көрәшкә йүнәлтелгән бик күп сходтар уҙҙы. Радий Хәбиров фекеренсә, алкоголдең законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш даими булырға тейеш.
«Әгәр беҙ бының менән даими шөғөлләнһәк, пропаганда эшен алып барһаҡ, әлеге күренеште еңергә мөмкин», — тигән ышаныс белдерҙе Башҡортостан етәксеһе.
http://www.bashinform.ru/news/1312514-rukovoditel-bashkirii-predlozhil-ugoshchat-gostey-na-sabantuyakh-bez-alkogolya/