Ашҡаҙар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Үҙ телемдә һөйләшәм һәм йырлайым

«Мин башҡортса һөйләшәм» тигән асыҡ һауалағы фестиваль 7 мең тамашасыны йыйҙы.

Яңы маҡсатлы фестиваль заманса башҡорт музыкаһына арналды, унда йәш башҡарыусылар, билдәһеҙ йырсылар үҙҙәрен танытыу мөмкинселегенә эйә булды. Өфөлә “Ҡунаҡһарай” алдындағы майҙанда асыҡ һауа форматында ойошторолған тамаша 7 меңдән ашыу халыҡты йыйыуы ла был хаҡта һөйләйҙер.
Сараны ойоштороусылар яңы быуынды үҙ телебеҙҙә заманса ижадҡа ылыҡтырыуҙы, башҡорт телен йәштәр араһында популярлаштырыуҙы, бойондороҡһоҙ йәш музыканттарға ярҙам итеүҙе маҡсат итеп ҡуйғайны. Сәхнәлә күптәргә таныш булған Rnt, Бүреләр, Bashstyle, Алтынай Вәлитов, Милена Зарипова, Тимур Ямалов, Алтынай Заһитова үҙ ижади емештәрен тәҡдим итте. Сығыш яһаусыларҙың күплеге һәм уларҙың төрлөлөгө йәштәр араһында заманса музыканың әлеге торошо, популяр һәм яңы йүнәлештәре менән танышырға мөмкинлек тыуҙырҙы.
Э. ФӘТТӘХОВ.
Читайте нас: