Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Радий Хәбиров: «Өфөлә халыҡ-ара спорт көрәше үҙәген төҙөргә йыйынабыҙ»

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Фейсбук»тағы сәхифәһендә Өфөнөң Октябрь районы Глумилин биҫтәһендә халыҡ-ара спорт көрәше үҙәген төҙөү пландары менән уртаҡлашты.

«Республикала спорт көрәшенең ныҡ үҫешкәнлеген күптәрегеҙ белә. Тиҫтәләрсә мең балалар һәм өлкәндәр уның менән мауыға, беҙҙә бик күп клубтар һәм секциялар, төрлө кимәлдәге ярыштарҙа байтаҡ еңеүҙәр... Ләкин беҙҙә көрәш өсөн заманса спорт ҡоролмаһы юҡ. Шуға күрә Өфөнөң Октябрь районы Глумилин биҫтәһендә халыҡ-ара спорт көрәше үҙәген төҙөргә ниәтләйбеҙ», — тип яҙҙы республика етәксеһе.
Проект универсаль спорт-концерт залы, ҙур майҙансыҡ (32×62 м) һәм 3400 урынлыҡ амфитеатр, шулай уҡ тренажер, тамашалар һәм көрәш залы менән халыҡ-ара, Рәсәй ярыштары өсөн спорт комплексын төҙөүҙе күҙ уңында тота.
«Көрәш залдарының береһе алты келәмгә иҫәпләнгән. Балалар спортына баҫым яһарбыҙ, йәш спортсылар өсөн мөмкин булғанса шарттар тыуҙырырбыҙ. Был идея оҡшаймы?», — тип ҡыҙыҡһынды Радий Хәбиров республика йәшәүселәрҙән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ағымдағы йылдың мартында Рәсәй президенты Владимир Путин Физик культураны һәм спортты үҫтереү советы ултырышы йомғаҡтары буйынса йөкләмәләр исемлеген раҫланы. Документ бик күп мәсьәләләрҙе үҙ эсенә ала.
Атап әйткәндә, президент физик культураны һәм спортты үҫтереү сараларын «Демография», «Һаулыҡ һаҡлау», «Мәғариф», «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» һәм «Фән» йүнәлештәре буйынса милли проекттар паспортына индерергә ҡушты. Был саралар спорт резервы әҙерлеге төбәк үҙәктәрен булдырыуға һәм үҫтереүгә, уҡыусылар, шулай уҡ өлкән йәштәгеләр араһында физик культураны һәм спортты популярлаштырыуға булышлыҡ итергә тейеш.
Читайте нас: