Һөнәри компетентлығы, закондарҙы дөрөҫ ҡулланыуы, эш ваҡытын дөрөҫ ойоштора һәм хоҡуҡи документтар менән оҫта эш итә белеүе арҡаһында Ирина Владимировна эшендә юғары күрһәткестәргә өлгәшкән.
Мәҫәлән, 2016-2018 йылдарҙа уның булдыҡлылығы арҡаһында 11 мең гражданға ваҡытында социаль ярҙам күрһәтелгән, 5 меңдән ашыу граждан төрлө социаль ярҙам саралары буйынса тейешле кәңәштәр алған. Ирина Владимировна иң ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә әүҙем ҡатнаша. Ул беренселәрҙән булып электрон-түләү системаһын булдырыу өсөн автоматлаштырылған “Адреслы социаль ярҙам” мәғлүмәт системаһы технологияһын үҙләштергән. Шулай уҡ, “Бер тәҙрә” принцибындағы эшкә күсеүгә бәйле, Күп функциялы үҙәк менән Стәрлетамаҡ филиалы (Республика Халыҡты социаль яҡлау үҙәгенең Стәрлетамаҡ филиалы Стәрлетамаҡ ҡалаһын, Ауырғазы, Ғафури һәм Стәрлетамаҡ райондарын хеҙмәтләндерә) араһында электрон документтар менән эшләүҙе яйға һалыуға ҙур өлөш индергән. Бынан тыш, ул үҙәктә эшләүсе белгестәргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү мәсьәләләре буйынса ла методик ярҙам күрһәтә. Ирина Владимировна тарафынан 13 уҡытыу саралары уҙғарылған.
Тынғыһыҙ белгес шулай уҡ рес-публика дәүләт ярҙамы порталы аша граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән эш итеү технологияһын да үҙләштергән. Порталды әүҙем ҡулланыу маҡсатында халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып бара.
Уның тарафынан дәүләт ярҙамы порталы аша социаль ярҙам күрһәтеү өсөн 600 ғариза эшкәртелгән.
Эш күләме арта барыуға ҡарамаҫтан, Ирина Тряпичкина үҙ эшен бик уңышлы башҡара һәм белемен даими камиллаштырыу өҫтөндә эшләй.
Һөнәри байрамдары алдынан күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Ирина Владимировна БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде. Тап уның кеүек халыҡ ихтыяжын ҡайғыртыусан белгестәребеҙ күберәк булһа, халыҡ та ҡәнәғәт ҡалыр, ҡалабыҙ тағы ла мәҙәниерәк булыр.