Ашҡаҙар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
7 Июнь 2019, 12:48

Иртәнге унға тиклем араҡы һатылмай!

Башҡортостан парламенты депутат-тары алкоголь эсемлектәр менән һатыу итеүҙе тыйыу ваҡытын 3 сәғәткә оҙайтыу тураһында закон ҡабул итте. Бынан тыш, республикала һабантуйҙар ваҡытында, Белем һәм Йәштәр көнөндә спиртлы эсемлектәр һатыу тыйыла.

«Был сикләүҙәр быйылдан ғәмәлгә инә. Бынан тыш, төнгө сәғәттәрҙә иҫерткес эсемлектәр һатыуҙы тыйыу тураһындағы закон нигеҙендә 22 сәғәттән 10 сәғәткә тиклем арттырылды, ә быға тиклем ул 23 сәғәттән 8 сәғәткә тиклем ине», — тип аңлата парламент башлығы Константин Толкачев. Закон бик күп һайлаусыларҙың мөрәжәғәттәре нигеҙендә ҡабул ителде һәм интернетта йәмәғәтселек тикшереүе үтте.
Шул уҡ ваҡытта, алкоголле эсемлектәр менән һатыу итеүҙе сикләүгә бәйле граждандарҙан бик күп тәҡдимдәр килә икән.
Константин Толкачевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, яңы закон бизнеста кире йоғонто яһамаясаҡ, киң ҡатлам халыҡ ихтыяжын ҡыҫмаясаҡ, ә ҙур байрам көндәрендә йәмғиәттә тәртип булдырырға булышлыҡ итәсәк, йәштәр араһында эскелекте кәметәсәк.
Әйткәндәй, айыҡ һабантуйҙар үткәреү буйынса етди тәҡдимде Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров күтәреп сыҡты.
Р. ЙӘЛИЛЕВА.
Читайте нас: