Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
7 Июнь 2019, 12:47

ШАХТАУ УҠЫУСЫЛАРЫ ЯҢЫ МӘКТӘПКӘ КҮСӘ

Шахтау ҡасабаһы халҡы былтыр апрель айында башлаған төҙөлөштө айырыуса иғтибарлыҡ менән күҙәтә. “Республиканың 100 йыллығына – 100 объект” программаһы сиктәрендә эшләнгән 340 урынлыҡ мәктәп улар өсөн – иң шәп бүләк. Ә шулай ҙа төҙөлөш дауам итә, төҙөүселәр ҡасан эштәрен тамамларға йыйына? Был һорауҙы үҙенең эш сәфәре барышында ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов уларға йүнәлтте лә инде.Әйткәндәй, республикала милли проект сиктәрендә ике йылда 21 яңы мәктәп асыласаҡ.

Көткән кешегә оҙаҡ тиҙәр, ә шулай ҙа 6800 квадрат метр майҙанлыҡ мәктәптең эргәһенә барып еткәс, эштәрҙең күбеһе башҡарылғанын күрәһең. Беҙ барғанда төҙөүселәр буласаҡ мәктәптең ҡыйығын ҡаплап бөтөп йөрөйҙәр ине, пластик тәҙрәләр ҡуйылған, ә улар аша юғары ҡаттарҙа бүлмәләрҙә стеналарҙы тигеҙләү менән булышыусылар күренә. Мәктәпте «А-Строй» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төҙөй, компания вәкиле булараҡ беҙҙе участка начальнигы Азат Сәғиҙуллин ҡаршы алды. Бер аҙ мәктәп алдын ҡарағас, ҡала башлығы, уның урынбаҫарҙары һәм журналистарҙан торған делегациябыҙ мәктәпкә инде.
Әлегә мәктәп эсе ялт итеп тормай, шулай ҙа буласаҡ кабинеттарҙың нимәгә тәғәйенләнәсәген күҙалларға була. Ҙур спорт залы, тамашалар залы, ашхана, бәҙрәф, китапхана, медицина хеҙмәткәре бүлмәһе һәм, әлбиттә, иркен кластарҙы ҡарап үттек. Төҙөлөш барһа ла әленән үк унда ниндәй йыһаз урынлаштырылыуы, уңайлыҡтар булдырыу, уҡыусыларға ниндәй яңылыҡтар хуш килере тураһында әңгәмә лә ҡоролоп барҙы. Мәҫәлән, спорт залында гандболсылар урынлашыуы мөмкин, шулай уҡ саңғысылар ҙа килеүе көтөлә. Ысынлап та, ҡала ситендә урынлашҡан ҡасаба тәбиғәт ҡосағында ултыра, бында спорт менән дә шөғөлләнергә, белем алырға ла тыныс буласаҡ. Әлегә был тик хыялдар, әммә төҙөүселәр билдәләүенсә, мәктәп тиҙҙән ишектәрен асасаҡ.
– Төп эштәрҙе июлдә тамамла-ясаҡбыҙ, ә августы тулыһынса парталар, яҡтыртыу ҡорамалдары кеүек йыһазды урынлаштырыуға бағышлаясаҡбыҙ һәм яңы уҡыу миҙгеленә бинаны тапшырасаҡбыҙ, – тине төҙөлөштө алып барыусы Азат Сәғиҙуллин.
Мәктәпте тыш яғынан да матурлау һәм төҙөкләндереү буйынса ҙур эш бара, тыш яғынан махсус йылытыу материалдары менән ҡапланып, буялған. Ә бына биләмәгә асфальт һалынасаҡ, ағастар ултыртыласаҡ һәм күп функциялы спорт майҙансыҡтары булдырыласаҡ, шулай уҡ машиналар ҡуйыу урыны ла тәртипкә килтереләсәк. Проектҡа йәмғеһе 175 миллион һум аҡса сарыф ителә.
Ҡала етәксеһе буласаҡ мәктәпте ентекләп ҡарап йөрөнө һәм төҙөүселәр менән дә аралашып, эштә булған ҡыйынлыҡтар тураһында ла белеште.
– Шахтау ҡасабаһында яңы һәм заманса төҙөлгән мәктәпте бик күптән көтә инек һәм беҙҙең пландарыбыҙ ысынбарлыҡҡа ашып бара. Мәктәпте яңы уҡыу йылына асырға ниәтләйбеҙ. Мәктәп Шахтау уҡыусылары өсөн генә түгел, ә Стәрлетамаҡ һәм Ишембай районына ҡараған яҡын-тирәләге ауыл балаларын да ҡабул итәсәк, – тине Владимир Иванович эш сәфәрен йомғаҡлап.
Ҙур төҙөлөш республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тарафынан да конторолдә тотола. Эштәр ваҡытында тамамланыр һәм уҡыусылар яңы мәктәпкә яңы уҡыу йылында килеренә шик юҡ.
Эльдар ФӘТТӘХОВ.
Читайте нас: