Ашҡаҙар
+4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
7 Июнь 2019, 10:17

Юлдарҙы кемдәр ремонтлай?

Башҡортостанда 2024 йылға тиклем «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә дөйөм суммаһы 33,4 миллиард һумға юлдарҙы төҙөкләндереү ҡаралған. 9,4 миллиард һумы – федераль бюджеттан, 24 миллиарды республика ҡаҙнаһынан бүленә.

Проектты тормошҡа ашырыуға бәйле, электрон аукцион үткәрелеп, ағымдағы ремонт эштәрен башҡарыусы подрядсы ойошмалар билдәле булды.
Бына улар:
– Стәрлебаш трактында тимер юл киҫе-лешенән светофорға тиклем араны “Ташир” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ремонтлаясаҡ;
–Пантелькин урамында Гоголь урамынан Ырымбур трактына тиклем – “Юл-йәшел-ләндереү эштәренең ремонт-төҙөлөш идара-лығы” муниципаль бюджет учреждениеһы;
– Ивлев урамында – “Юл-йәшелләндереү эштәренең ремонт-төҙөлөш идаралығы” муниципаль бюджет учреждениеһы;
– Богдан Хмельницкий урамында –
ШЭ С.Б.Нерсесян;
–Яҡутов урамында Ленин проспектынан Элеватор урамына тиклем – “Юл-йәшелләнде-реү эштәренең ремонт-төҙөлөш идаралығы” муниципаль бюджет учреждениеһы.
Сәнәғәт, транспорт һәм бәйләнеш бүлеге.
Читайте нас: