Уның ағзаларын һайлап алыу конкурс нигеҙендә ойошторола, жюри билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренән туплана.
Конкурсҡа документтар 10 июндән ҡабул ителә башлай, һынау ике этапта үтә, тәүгеһе ситтән тороп, йәғни кандидаттар сайтҡа ебәрелгән резюмелар нигеҙендә һайлана. Икенсе этап инде әңгәмә форматында. Конкурста Башҡортостанда йәшәгән, 18-ҙән 30 йәшкә тиклемге граждандар үҙ көсөн һынап ҡарай ала.
Белгестәр йәштәр Хөкүмәте дәүләт сәйәсәтенә яңы һулыш өрөр, үҙенсәлекле идеялар менән байытыр тип иҫәпләй. Конкурстан һуң Хөкүмәт ағзалары һәм кандидаттарҙың резерв исемлеге туплана.