Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
8 Июнь 2019, 09:04

«Берҙәмлек» милли мәҙәниәттәр Халыҡ-ара фестивале сиктәрендә «Этно-көн» һәм хәйриә концерты ойоштороласаҡ

Башҡортостанда “Берҙәмлек” халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале башланды.Күләмле сараға иртәгә Әлшәй районында старт бирелә, артабан эстафетаны благоварҙар ҡабул итәсәк. Фестивалде Өфө лә ҡабул итә. Байрам программаһы 12 июнгә тиклем иҫәпләнгән. Башҡортостанда йәшәүселәр Белоруссия, Ҡаҙағстан, Македония, Чили, Шри-Ланка һәм башҡа илдәрҙән, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән саҡырылған ижади коллективтарҙың сағыу сығыштары менән таныша аласаҡ.

Республика данын иһә быйыл «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле яҡлай. Фестиваль ҡунаҡтары өсөн мәҙәни программа ла ҡаралған, улар музейҙар, төбәктең иҫтәлекле урындары буйлап сәйәхәт ҡыласаҡ. "Этно-көн" сиктәрендә сит ил вәкилдәрен башҡорттарҙың йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, милли уйындар менән таныштырыу ҙа күҙаллана. Шулай уҡ киләһе шишәмбе баш ҡалала балалар йорттары, социаль приюттар тәрбиәләнеүселәре өсөн хәйриә концерты уҙғарыла. Был турала бөгөн сараны ойоштороусылар Өфөлә үткән матбуғат конференцияһында белдерҙе.
Артур Әлибәков, Республика халыҡ ижады үҙәге генераль директоры: «"Берҙәмлек" фестивале Фольклориадаға әҙерлек сиктәрендә үтә һәм Фольклориадаға тиклем был һуңғы "Берҙәмлек". Шуға күрә был сараны беҙ бәләкәй Фольклориада тип атарға булдыҡ. Ошондай күләмле саралар үтмәгән райондарҙы - Благовар һәм Әлшәйҙе һайланыҡ».
"Берҙәмлек" фестивале быйыл ун бишенсе тапҡыр үтә, ошо ваҡыт эсендә ул етмеш илдән өс йөҙҙән ашыу талантлы артисты берләштергән. Быйыл туғыҙ сит ил коллективы Башҡортостан халҡы алдында сығыш яһай. Халыҡ-ара фестивалдә ҡатнашыу бәхете Ҡаҙағстандан "Мурагер" фольклор ансамбленә лә эләккән
Читайте нас: