Мәҫәлән, Өфөләге 17-се дауахана ҡыҙғылт-һары төҫкә буялған. Ҡабул итеү урыны иркен, бәләкәй тәҙрәләр юҡ. Электрон сират булдырылған, йәғни, кешеләр номер яҙылған талондар буйынса ҡабул ителә. Республикала тәү сиратта яңы төҙөлгән медицина учреждениеларын ошо рәүешле йыһазландырыу бурысы ҡуйылған.