Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
11 Июнь 2019, 11:41

ҠАЛДЫҠТАРҘАН НИМӘ ҠАЛА?

Реформа үтәлешен федераль инспектор тикшерҙеҠаты ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм эшкәртеү мәсьәләһе һәр кемде борсой, халыҡ үҙе түләгән аҡсаларға ярашлы еҙмәтләндереүҙе талап итһә, тәбиғәтте яҡлаусылар экологиябыҙҙың таҙалығын ҡайғырта, ә етәкселәр быларҙың барыһының да үтәлешен көйләй, яйға һала. Ошо көндәрҙә үҙенең эш сәфәре барышында Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Михаил ЗАКОМАЛДИН Стәрлетамаҡта ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү объектында булып, ошо өлкәлә барған дәүләт реформаһының үтәлешен тикшерҙе.

Ҡаты ҡалдыҡтар менән эш итеү еңелдән түгел, контейнерҙарҙан йыйылып алынған сүп эсендә нимә генә юҡ. Еҫе лә танауҙы ярып килә, әммә бер соҡорға ғына ырғытып, күмеп ҡуйып, мәсьәләне еңел генә хәл итеп булмай. Ҡала масштабында булған күләмдәрҙе күҙ уңында тотҡанда, бындай алым мөмкин дә түгел. Йыйылған ҡалдыҡтарҙы төрөнә ҡарап бүлеп, уларҙы айырып алып эшкәртеү мөһим. Әлеге ваҡытта ҡалабыҙҙа был эште «Вториндустрия» яуаплылығы
сикләнгән йәмғиәте алып бара. Ҡаты ҡалдыҡтарҙы айырыу комплексын Башҡортостандың баш федераль инспекторы Михаил Закомалдин ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов һәм уның урынбаҫары Андрей Ермолаев менән бергә барып күрҙе. Шәхси компания бында ҡалдыҡтарҙы заманса алымдар ярҙамында эшкәртә, бының өсөн кәрәкле йыһаз,
техника һатып алынған, полигон, майҙансыҡтар булдырылған. Дәүләтшәхси партнерлыҡ сиктәрендә булдырылған комплекс нигеҙендә муниципаль-ара ҡаты ҡалдыҡтар менән идара итеү механизмы һалынған. Проект ярҙамында шулай уҡ ҡаланың
ҡаты ҡалдыҡтар полигонының ҡулланыу ваҡыты оҙайтылды. Беҙ сығарып ташлаған ҡалдыҡтарҙы ошонда айырып алалар ҙа инде. Пластик шешә айырым бер тоҡҡа, быяла шешә икенсе тоҡҡа барып ята. Ағас, металл, полиэтилен да шулай уҡ сортировка үтә. Михаил Иванович үҙ сәфәрендә шулай уҡ Ишембай ҡалаһындағы Башҡортостанда ҡаты ҡалдыҡтарҙы
ҡабул итеү һәм эшкәртеү буйынса иң ҙурҙарҙан һаналған «Эко-сити» комплексына барҙы. Бында ла ул ҡаты ҡалдыҡтарҙы ҡабул итеү мәленән башлап бар этаптарҙы ҡарап сыҡты. Комплекс йыйылған ҡалдыҡтарҙы
ике линияла сортировкалай, өйөмдәрҙән утыҙға яҡын пластик, быяла, ҡағыҙ кеүек файҙалы материал айырып ала. Һәм икенсел сеймал эшкәртеүсе заводтарға оҙатыла, ә тороп ҡалған ҡалдыҡтар бер кубометрға мең килограмм самаһы тығыҙлыҡта пресс ярҙамында баҫтырыла. Ҡулланылған технология ҡабул ителгән ҡаты ҡалдыҡтарҙы эшкәртеп сығарғандан
һуң, уның күләмен 10 тапҡырға кәметеп, полигонға оҙатыу мөмкинлегенә эйә. «Эко-сити» йылына 200 мең тонна ҡаты ҡалдыҡтарҙы ҡабул итергә әҙер, әлеге мәлдә уға ҡалдыҡтарҙы Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай ҡалалары һәм
яҡын-тирәләге райондар тапшыра. Киләсәктә Ишембай районындағы был ҡаты ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү комплексы нигеҙендә эшкәртеү һәм утилләштереү буйынса экотехнопарк булдырыласаҡ. Үҙенең эш сәфәре барышында Михаил Закомалдин ҡаты ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүгә бәйле башланған яңы проект Рәсәй Федерацияһы Президентының
2018 йылдың 7 майында әйткән 204 һанлы указында ҡуйылған бурыстар һәм маҡсаттарға бәйле бойомға
ашырылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шулай уҡ баш федераль инспектор етәкселәрҙе был өлкәлә килеп сыҡҡан
һорауҙар буйынса халыҡ менән һәр саҡ бәйләнештә булырға саҡырҙы, сөнки реформа көнкүрештә яңы мәҙәниәт
формалаштырыу һәм кешеләрҙең экологик именлеген хәстәрләү маҡсаты менән булдырылған..
Эльдар ФӘТТӘХОВ.
Читайте нас: