Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
11 Июнь 2019, 11:47

Беҙҙең заман геройы

Беҙ Николай Островскийҙың «Ҡорос нисек сыныҡты?» китабын уҡып, Павел Корчагинды кинонан ҡарап үҫкән быуын. Ҡалабыҙҙың 1-се әктәбендә исеме бөтә донъяға билдәле Паралимпиада чемпионы, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Ирек Зарипов менән осрашҡанда ни өсөндөр ошолар иҫкә төштө. Яҡташыбыҙ ҙа бит йәш быуын өсөн өлгө булып тора.

Ниндәй һорауҙар ғына яуҙырманы уҡыусылар чемпионға: Ирек Зариповтың ярыштар алдынан
тулҡынланыу-тулҡынланмауы, балаларының спорт менән шөғөлләнеүшөғөлләнмәүе, ниндәй милли ризыҡты яратыуы, спорт буйынса кумирҙары, тағы ла ниндәй яратҡан шөғөлдәре булыуы, ниндәй музыкаға өҫтөнлөк биреүе һәм башҡа һорауҙар ҡыҙыҡһындырҙы уларҙы.
– Ҙур спорттан китһәм дә, спорттан айырылғаным юҡ, – тине ул.Балаларҙы тырышып уҡырға, спорт
менән әүҙем шөғөлләнергә саҡырҙы. Шул уҡ ваҡытта спорттың күңелгә ятҡан төрөн генә һайларға кәңәш итте.
Ул балаларҙы айырыуса туҡланыуға иғтибар итергә, көн дә билдәле ваҡытта ашарға саҡырҙы. Иң яратҡан ризығы бәлеш булыуын, ләкин ярыштар ваҡытында ауырлыҡ артмаһын өсөн бәлеште лә, башҡа тәмләткестәрҙе лә онотоп торорға кәрәклеген әйтте. Балаларының да спортҡа битараф булмауҙарын, ҡыҙының ике йыл гимнастика менән,
хәҙер иһә фехтованиены һайлауын, ә улының йөҙөү менән шөғөлләнеүен дә ғорурланып һөйләне спортсы.
Кумирҙарына килгәндә, исеме бөтә донъяға билдәле булған биатлонсы Бьорндаленды, йөҙөүсе Майкл
Фелпсты (ул тарихта берҙән-бер 23 тапҡыр олимпия чемпионы) һәм билдәле спринтер Усэйн Болтты
атаны. «Миңә һәр саҡ йөҙөү һәм еңел атлетика оҡшай ине», – тип тә өҫтәне ул. Спорттан башҡа Ирек Зарипов
автомобилдәр менән ҡыҙыҡһына икән. Бынан тыш балыҡ тоторға, гитарала уйнарға, ғаиләһе менән
машинала Рәсәй буйлап сәйәхәт итергә әүәҫ. «Машинала барғанда
илде тоташ күрергә була, айырыуса тарихи урындарҙа туҡталып китергә уңайлы», – ти ул.
Шулай уҡ республикалағы паралимпия спортының тарихына ла туҡталып үтте чемпион. «Спорттың
был төрөнә 2006 йылда ғына етди иғтибар иттеләр. Быға тиклем күреү һәләте сикләнгәндәр өсөн генә спорт төрөн үҫтергән булғандар. 2005 йылда республика йыйылма командаһында терәк-хәрәкәт аппараты боҙолғандар араһында мин беренсе ҡатнашыусы инем. 2014 йылға тиклем Рәсәйҙең паралимпия командаһында иң күп спортсылар Башҡортостандан ине: Ванкуверға – 12, Сочиға 8 кеше барҙы. Аҙаҡ бер нисә спортсы карьераһын тамамланы», – тине ул бойоға биреп. Әлбиттә, һорауҙарҙың иң мөһиме: «Нисек итеп тормошта үҙ урыныңды табырға?» – тигәне булғандыр. – Әгәр ҙә мин яҙмыштан ярлыҡау көтөп, ҡул ҡаушарып ултырһам, бер нәмәгә лә ирешмәгән булыр инем. Дәүләткә, инвалидлыҡ буйынса пенсияның бәләкәйлегенә, пандустарҙың булмауына зарланып ҡына ла ултыра алыр инем. Коляскала булһа ла өйҙән сыҡтым, тупһаларҙы еңдем, йығылғанда күгәргән урындарҙы дауаланым. Ахыр сиктә, ҙур еңеүҙәргә ирештем. Әлбиттә, миңә ата-әсәйем, ғаиләм, дуҫтарым ярҙам итте. Фекерҙәштәрем булыу бик мөһим», – тип тамамланы һүҙен Ирек Айрат улы.
Уҡыусыларға чемпион менән иҫтәлеккә фотоға төшөргә лә форсат тейҙе. Үҙем осрашыу тәьҫораттарынан баштары күккә тейгән балаларға ҡарап, бындай фәһемле сара ҡалабыҙҙың һәр мәктәбендә үткәрелергә тейештер тигән һығымтаға килдем һәм үҙем дә осрашыуҙан ҡанатланып ҡайтып киттем. Хатта ололарҙа ла бына шундай тәьҫораттар ҡалдырҙы беҙҙең заман геройы Ирек Зарипов!
Римма ҒӘЛИМОВА.
Читайте нас: