Ашҡаҙар
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
11 Июнь 2019, 11:35

Күптәр баҡсаларҙың сиген билдәләй башлаған

2019 йылдың беренсе кварталы йомғаҡтары буйынса Күсемһеҙ милектең берҙәм дәүләт реестрында(ЕГРН) 60 миллондан ашыу ер участкаһы тураһында белешмә бар.

Шуларҙың яртыһынан күбеһе (33,6 миллион йәки 56 проценты) – сиктәре билдәләнелгән участкалар. ЕГРН-ға индерелгән
сиге билдәләнелгән ер участкалары тураһында белешмәләр беренсе кварталға 0,9 процент – 301,7 мең тәшкил итте.
Эксперттар билдәләүенсә, Рәсәй халҡы үҙ ерен һаҡлауға иғтибарлыраҡ ҡарай һәм участкаларының сиген йышыраҡ билдәләй башлаған. Росреестрҙың Федераль кадастр палатаһы башлығы урынбаҫары Марина
Семенова һөйләүенсә, 2019 йыл башынан бирле, ер участкалары сиген билдәләүгә бәйле, кадастр эштәре уҙғарыуға ихтыяж артыуы күҙәтелә. – Ғәмәлдәге ҡануниәт буйынса ерҙәрҙе межалау мотлаҡ рәүештә ҡаралмаһа ла,
физик шәхестәр ысынлап та үҙ ер участкалары сиген билдәләү эштәрен йышыраҡ уҙғара башланы. Участка сиктәрен билдәләү күршеләр менән килешә алмаусанлыҡтан ҡотолорға ярҙам булып тора һәм күсемһеҙ милек менән килешеүҙәрҙең асыҡлығын арттырыуға булышлыҡ итә. Объекттарҙың аныҡ сиген билдәләүгә ихтыяждың артыуы
хоҡуҡи белемлелекте арттырыу һәм артабанғы хәүефте юҡҡа сығарырға теләүҙән киләлер, моғайын, – ти Марина Семенова. Үҙеңдең ер участкаһы сиген билдәләр өсөн кадастр инженерына (межа планын әҙерләһен өсөн) мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ер участкаһы сиктәре урынлашҡан ергә төҙәтмә менән опись яһауға бәйле дәүләт кадастр иҫәбен булдырыу өсөн Росреестрға тейешле ғариза һәм межа планын күрһәтеү мотлаҡ. ЕГРН-ға күсемһеҙ милек объекты сиктәре тураһында белешмәләр индереү бушлай уҙғарыла. Ер участкалары сиген асыҡлауҙың көслө механизмы булып тотош кадастр кварталдары территорияларын солғап алған комплекслы кадастр эштәре тора. Ундай эштәрҙең заказсылары булып төбәк һәм урындағы үҙидара дәүләт органдары властары сығыш яһай. Унда дачаларҙы һәм баҡсасылыҡ ширҡәттәрен, шәхси ярҙамсы һәм фермер хужалыҡтарын үҙ эсенә алған тотош кадастр кварталдары биләмәләре инә.
Р. САФИНА әҙерләне.
Читайте нас: