Ашҡаҙар
+6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
11 Июнь 2019, 11:32

ЙӨК МАШИНАЛАРЫ ҠАЙҘАН СЫҒА?

Хәрбиҙәр понтонлы күпер ҡуйҙыБылтыр Ишембай районын һәм Шахтау ҡасабаһын тоташтырыусы Ағиҙел йылғаһы күпере ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙырғайны, уны хатта ремонт ваҡытына ябып та торҙолар. Тик эш бының менән генә тамамланманы, 1980 йылда ҡулланыуға тапшырылғанкүпер капиталь ремонт талап итә, ә әлегә уның аша йөрөүсе техникаға 10 тоннаға тиклемге сикләүҙәр ҡуйылғайны.

Ғәҙәттә, йәй айҙарында предприятиеларға ҡорамалдар килтереү һәм башҡа эштәргә бәйле йөк автомобилдәре йыш
йөрөй башлай. Күпергә артыҡ көс төшөрмәҫ өсөн һәм уны капиталь ремонт башланғансы һаҡлап ҡалыу маҡсаты менән понтонлы күпер урынлаштырырға ҡарар итәләр ҙә инде. Понтонлы күперҙе урынлаштырып, былтыр ҙа булған ҡыйынлыҡтарҙы хәл итергә мөмкин булған кеүек, әммә хәрбиҙәрҙән бындай эште талап итеү еңелдән түгел. Был юлы ла 20 меңдән ашыу халыҡты юлһыҙ ҡалдырмау маҡсаты менән ҡала хакимиәте һорауы буйынса Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм Дәүләт Думаһы депутаты Алексей Изотов Үҙәк хәрби округы генерал-полковнигы Александр Лапинға мөрәжәғәт иткәс кенә ризалыҡ була. Ә хәрбиҙәр иһә үҙ һүҙендә тора, инженер ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүселәр күперҙе килтереп тә еткерҙеләр, бер сәғәт эсендә уны урынлаштырҙылар ҙа.
Яңы күпер буйынса тәүге техника ла йөрөй башланы, уны барып ҡарарға лә теләүселәр күп ине. Понтонлы күпер
төп күперҙән йылға ағымы буйынса бер аҙ аҫтараҡ, ҡала яғынан барғанда «Сода» заводына сеймәл ташыусы вагонеткаларҙың беренсе линияһы тәңгәлендә урынлаштырылды. Өлкән быуын уны элекке күпер урыны булараҡ белә.
Күперҙә капиталь ремонт 2020 йылда яһаласаҡ. Ҡала хакимиәтенең беренсе урынбаҫары Юрий Тротт билдәләүенсә, әлеге понтонлы күпер 60 тоннаға тиклемге ауырлыҡты күтәрә ала, уның эргәһендә яҡтыртыу ҡорамалдары, светофор һәм һаҡ
хеҙмәте булдырыласаҡ. Шулай уҡ икенсе йылға, төп күперҙә капиталь ремонт башланған мәлгә, тағы ла бер понтонлы күпер урынлаштырыу планлаштырыла.
Эльдар ФӘТТӘХОВ
Читайте нас: