Ашҡаҙар
-9 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
14 Июнь 2019, 11:31

Беҙҙең күршеләр – егәрле халыҡ!

...Эх үрмәләй егет, үрмәләй. Күп тә ҡалманы ла бит, тик хәле етерме икән? Туҡталды, йәнә уҡталды һәм бына ул– еңеүсе! Стәрлетамаҡ районында үткән һабантуйҙа ошо күренеште күптәр тын да алмай ҡарап торҙо, тик ваҡытываҡыты менән “Әйҙә!”, “Алға!” тигән дәртләндереүҙәр генә яңғыраны. Эйе, бағанаға үрмәләп, әтәсле булыу ауыр. Уйлай китһәк, ошо байрамдың сәбәпсеһе – яҙғы сәсеү эштәре лә еңелдән түгел бит. Күпме тырышлыҡ, ныҡышмалыҡ, сабырлыҡ талап итә ер эше. Нисек кенә булмаһын, Стәрлетамаҡ районы халҡы әлеге егет һымаҡ ул мәшәҡәтте йырып сыҡҡан һәм, ниһайәт, ошо уңайҙан, буласаҡ уңышҡа өмөт бағлап, һабантуйға йыйылған.

– Яҙғы эштәрҙе яҡшы тамамланыҡ һәм райондаштарыбыҙҙың тырышлығы менән бураҙнаға һалынған орлоҡтан
көҙөн мул уңыш алырына ышанам, ә әлегә һабантуй байрамында бер-беребеҙҙе тәбрик итеп, йырлап-бейеп,
сәмләнеп ярышып ял итәйек, – тип мөрәжәғәт итте байрамға килеүселәргә район хакимиәте башлығы Әнүәр Абдрафиҡов.
Эйе, беҙҙең күршеләр – егәрле халыҡ: райондың күҙгә күренеп үҫеүе, тормош ҡайнағаны бигерәк тә һуңғы ваҡытта ныҡлы
һиҙелә. Ошо хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – республиканың ауыл хужалығы министры
вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәйзрахманов та билдәләп үтте. – Стәрлетамаҡ районы – республикала ауыл хужалығы
продукцияһын етештереүҙә алғы сафта барған райондарҙың береһе һәм һәр саҡ ялан эштәрендә өлгөрҙәр булып
таныла. Быйыл төбәктә 2 миллион гектарға орлоҡ инеп ятты, шул майҙандың шаҡтай өлөшө стәрлетамаҡтар еренә тура
килә, – тине ул Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров сәләмдәрен еткереп.
Әлбиттә, мәртәбәле ҡунаҡтар араһында Стәрлетамаҡ ҡалаһы башлығы Владимир Куликов менән Ишембай районы
етәксеһе Азамат Абдрахманов та бар ине. Улар ҙа район халҡын күршеләрсә ҡотлап, эштәрендә уңыштар теләп үтте.
Һабантуй – ул эштәргә йомғаҡ яһау һәм шул хеҙмәттә үҙҙәренең тырышлығы менән ҙур өлөш индергәндәрҙе тәбрикләү
билдәһе лә булып ҡала. Был сара ла йолаларға тоғро ҡалды – кем ауыл хужалығы өлкәһендә башҡарған эштәре өсөн маҡтаулы исемгә лайыҡ булһа, кемдер шул тармаҡты үҫтереүҙә үҙ өлөшөн индергән. Район билдәһе, республика Хөкүмәтенән маҡтау хаты... Ғөмүмән, бер генә тырыш хеҙмәтсән дә иғтибарҙан ситтә ҡалманы, буғай. Әйтергә кәрәк, быйылғы һабантуй Стәрлетамаҡ районында башҡа йылдарҙан үҙенсәлеге менән айырылып торҙо. Мәҙәни сараларҙа ойошторолғанлыҡҡа, бай репертуарға иғтибар итмәү мөмкин түгел. Шул уҡ ваҡытта халыҡты бушлау былау менән һыйлау, акробатика, йолаларыбыҙҙы күрһәтеү – былар барыһы ла байрамға йәм һәм яңылыҡ өҫтәне. Шулай ҙа һабантуйҙың
үҙәге – борон-борондан көрәш майҙаны менән аттар сабышы бит ул! Был байрамда ла 108 тояҡтың дөбөрҙәүе, тирләпбешеп көрәшкән егеттәрҙең, хатта ҡыҙҙарҙың сәменән ялан яңғырап торҙо. Ул тауыштарҙа өмөт тә, дәрт тә, шатлыҡ та бергә
ҡайнаны. Ысынлап та, дөйөм халыҡ байрамына әйләнгән һабантуйҙан Стәрлетамаҡ районы халҡы ғына түгел, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан барған ҡунаҡтар ҙа күңелдәренә ял алып, эшкә дәртләнеп ҡайтты, минеңсә. Күршеләр менән шулай бергә-бергә, ауырлыҡтарҙы ла, шатлыҡтарҙы ла бүлешеп йәшәүе үҙе ни тора!
Рәмил МАНСУРОВ.
Читайте нас: