Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы ла аудитория алдында сығыш яһаны һәм көндәлек тормошта интернеттың роле хаҡында фекере менән уртаҡлашты. Радий Хәбиров әйтеүенсә, ул социаль селтәрҙәргә бик күп файҙалы ҡоралдарҙың береһе тип ҡарай. Мәҫәлән, властар Өфөлә йәшәүселәрҙең ял көндәре алдынан аэропорт юлының ябылыуына, шул сәбәпле ҙур тығын барлыҡҡа килеүенә ризаһыҙлыҡ белдереүен ишетте һәм ремонт эштәре графигына төҙәтмәләр индерелде.
«Дәүләттең социаль селтәрҙәр һәм уларҙа маҡсат булдырыусылар йөҙөндә партнёры барлыҡҡа килде, — тине Радий Хәбиров. — Унда ғәмәлдәребеҙҙең дөрөҫлөгө һәм дөрөҫ булмауы сағыла».
Республика етәксеһе иҫәпләүенсә, хәҙер маҡсат интернетта формалаштырыла, ә гәзиттәр үҙ позицияларын юғалта.
Шул уҡ ваҡытта дәүләт интернетта төп маҡсат булдырыусы булып ҡала, тип ышана Радий Хәбиров һәм бында кимәл буйынса тиң уйынсы юҡ. MediaMetrics компанияһына нигеҙ һалыусы Герман Клименко ла уны хупланы, уның әйтеүенсә, интернетта профессионалдар ваҡыты башлана. Бынан тыш, һәләтле блогерҙар йыш ҡына дәүләт менән хеҙмәттәшлек итә башлай, сөнки иң ҙур мөмкинлектәр – тап дәүләт структураларында, шул иҫәптән финанс яҡтан да. Дәүләттең бурысы – бер нимәгә ҡарамаҫтан, үҙ функцияһын үтәү.
Радий Хәбиров интернетта үҙ фекерен белдереүселәрҙе лә хупланы.
Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәгенең генераль директоры Валерий Федоров мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй халҡының 18% бөтөнләй интернетҡа инмәй, 62% көн һайын селтәрҙән файҙалана. Иң әүҙем ҡулланыусылар 24 йәшкә тиклемгеләр — 84%, 30-45 йәшлектәр — 35%.