2018 йылда бәлиғ булмағандар менән 191 никах теркәлгән. Йөклөлөк, уртаҡ баланың тыуыуы, яҡтарҙың береһенең ғүмеренә хәүеф янауы, гражданлыҡ никахы, буласаҡ атайҙы армияға саҡырыу ошондай никахтар өсөн етди сәбәп булып тора. Республикала, ҡағиҙә булараҡ, бәлиғ булмаған ҡыҙҙар ауырға ҡалып кейәүгә сыға, тип билдәләнеләр комитетта. 2017 йылға тиклем Рәсәйҙә 16 йәше тулмаған балаларға ла никахҡа инеү рөхсәт ителде, тип иҫкә төшөрҙөләр ведомствола.