Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
15 Июнь 2019, 23:27

Өфөлә «Ҡош юлы. балалар» проектының финалы үтте

Балалар башҡорт бард мәҙәниәтен үҙләштерә. Бөгөн баш ҡалала "Ҡош юлы. балалар" проектының финалы үтте. "Тамыр" телеканалы һәм "Ҡош юлы" йәштәр хәрәкәте ағзалары менән берлектә ойошторолған проект икенсе тапҡыр ойошторолдо.

Өс мең саҡрым булмаһа ла, алыҫ араларҙы яҡынайтып Ильяс Ҡотоев Баймаҡ районынан килгән. Ул данлыҡлы Буранбай ауылынан. Гитарала дүрт-биш айҙа уйнарға өйрәнеп ул балалар араһында ойошторолған "Ҡош юлы" проектында һынап ҡарарға йөрьәт итә.
"Тамыр" телеканалы һәм "Ҡош юлы" йәштәр хәрәкәте ағзалары менән берлектә ойошторолған проект быйыл икенсегә үтте. Финал республика төбәктәренән барлығы 18 баланы бергә йыйҙы.
Ҡатнашыусылар араһында классик йырҙарҙы гитара ҡылдарына һалып башҡарыусылар ҙа, республиканың билдәле эстрада йырсыларының репертуарынан алынған композицияларҙы һайлаусылар ҙа табылды. Шулай уҡ араларында үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарына көй һалып йырлаусылар ҙа булды.
Ғафури районы Сәйетбаба ауылы мәктәбе уҡыусыһы Алһыу Шәйхулова шулар иҫәбендә. Ул бөгөн проект финалы сиктәрендә үҙе ижад иткән йыр менән сығыш яһаны.
Проект финалына тиклем конкурсанттар менән ете остаз шөғөлләнде. Уларҙың һәр ҡайһыһы билдәле. Айырым баһаға ла лайыҡ. Оҫталыҡ дәрестәре сиктәрендә балалар гитарала уйнау сәнғәтенә төшөнә.
Әйткәндәй, балалар араһында ойошторолған проект ул 2012 йылда Ейәнсура районында нигеҙ һалынған фестивалгә бәйле. "Ҡош юлы" башҡорт бард фестивале йыл да сара республиканан ғына түгел, күрше төбәктәрҙән дә гитарала уйнап йырлаусы, йырҙар ижад итеүсе талант эйәләрен бергә йыя. Фестиваль быйыл да дауам итә. Был юлы ул Ишембай районында үтә.
Автор: Азат Ғәлиуллин.
Читайте нас: