Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
15 Июнь 2019, 23:53

Өфөнән яңы поезд рейсы асыла

Йәй дауамында туп-тура ғына Ҡара диңгеҙгә барыу мөмкинлеге бирелә. Өфө - Имеретин курорты (Олимпия паркы) рейсы тәүге тапҡыр юлға 5 июлдә сыға.

552-се поезд 07:20 сәғәттә ҡуҙғала. Өфөнән юлға сығыу көндәре түбәндәгесә: 5, 12, 16, 18, 28, 30 июль, 2 һәм 30 август. Ә диңгеҙ буйынан 7, 14, 18, 20, 30 июль, 1, 4 август һәм 1 сентябрь.
Юлға 52 сәғәт ваҡыт сарыф ителә.
Плацкарт вагондарға хаҡта 4 207 һумдан башлана, купеға иң арзаны - 4 283 рублей, СВ – 8 409 һум
Тағы бер ни тиклем уңайлыҡтар (биобәҙрәф, кондиционер) бар, уныһын билет алғанда белешегеҙ.
Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Читайте нас: