Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
15 Июнь 2019, 23:48

Июнь башынан Өфө ҡотҡарыусылары йылға-күлдәрҙә биш кешенең ғүмерен ҡотҡарған

Бәләгә тарыусылар араһында эскән килеш һыу инеүселәр ҙә була. Йәй етеү менән бигерәк тә күңелһеҙ осраҡтар йыш күҙәтелә.

Яр буйҙарында һыу инеү тыйыла тигән яҙыуҙар булыуға ҡарамаҫтан, ял итеүселәр күп осраҡта был талапты иңҡар итә. Әйтәйек, июндә ҡотҡарыусылар ике кешенең ғүмерен ҡотҡарған. Ә бит барыһы ла күңелһеҙ тамамланыуы ихтимал ине.
Йыш ҡына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәйҙәр. Баш ҡалала быйыл Ағиҙел , Өфө йылғалары, Теплое күлендә йәмғеһе ете рәсми асылған пляж булыуы билдәле. Уларҙа һыу ятҡылыҡтарының төбө водолаздар тарафынан алдан таҙартылған. Ҡотҡарыусылар урында дежурлыҡ та ойоштора.
Яна Калинина, Өфө ҡалаһының граждандарҙы яҡлау идаралығы бүлеге етәксеһе: “Ял итеүгә рөхсәт ителгән пляждарҙы ғына һайлағыҙ. Һыу ингәндә спиртлы эсемлектәрҙе ҡулланыу ҙа хәүефле. Балаларға ҡарата иғтибарлы булырға кәрәк, ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа ла уларҙы йылға-күлдәрҙә яңғыҙ ҡалдырмағыҙ”.
Читайте нас: