Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
15 Июнь 2019, 14:06

Киләһе йылдың яҙында Әбйәлил районында ҡоро ҡатнашмалар етештерәсәк завод сафҡа инәсәк

Австрияның "Ласселсбергер" компанияһы ҡатнашлығындағы предприятиены файҙаланыуға тапшырыу өсөн ике миллиард 300 миллион һум күләмендә инвестициялар йәлеп итеү ҡаралған. Проектты уңышлы тормошҡа ашырыу маҡсатында Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан да ҙур ярҙам күрһәтелә. Был йәһәттән бөгөн ҡабул ителгән өҫтәмә килешеү эштәрҙе тағы ла тиҙләтергә булышлыҡ итәсәк.

Завод урынында төҙөлөш эштәре бер минутҡа тынмай. Әлеге ваҡытта хеҙмәткәрҙәр ҡоро ҡатнашмаларҙы һаҡлау өсөн 30-40 метр бейеклектәге ҡоролмаларҙы күтәрә. Бының өсөн улар иң беренсе тимер конструкциялар ҡора, һуңынан стеналарҙы бетон менән нығыта. Был эштәрҙе атҡарыу өсөн күберәк урындағы ир-егеттәр йәлеп ителгән.
Австрияның "Ласселсбергер" компанияһы ҡатнашлығындағы завод республиканың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерелгән. Бар эштәр ҙә Башҡортостан Хөкүмәте һәм "Цемикс" йәмғиәте араһындағы инвестиция килешеүенә ярашлы алып барыла.
Инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыу мәсьәләләре төҙөлөш майҙанындағы күсмә кәңәшмәлә тикшерелде. Ошонда уҡ өҫтәмә килешеүгә ҡул ҡуйылды. Ул хеҙмәттәшлекте артабан да нығытыуҙы маҡст итеп ҡуя. Атап үткәндә, һуҙыласаҡ тимер юлы өсөн сығымдарҙың бер өлөшө республика ҡаплаясаҡ.
Йозеф Ласселсбергер, "Ласселсбергер" компанияһы етәксеһе: “Ҡышҡа тиклем дөйөм төҙөлөш эштәрен тамамларға ниәтләйбеҙ. Киләһе аҙнала ҡорамалдарҙы өлөшләтә монтажлау башлана. Минең уйлауымса, завод 2020 йылдың март-апреленә тулыһынса әҙер булырға тейеш”.
Төҙөлөшкә йәлеп ителәсәк дөйөм инвестициялар күләме ике миллиард 300 миллион һум тирәһе. Киләсәктә заводта 220 кеше эшләйәсәк. Предприятиеның артабанғы үҫеш планы инвестициялар күләмен һәм эш урындарын тағы ла арттырыуҙы күҙ уңында тота.
Автор: Илдар Байбулатов.
Читайте нас: