Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
15 Июнь 2019, 15:23

Әсәйемде ҡотҡарған өсөн рәхмәт!

Өфөлә күлгә батып барған ҡатынды уҡыусы ҡыҙ ҡотҡара. Хәл әлеге лә баяғы Йылы күлендә була.

16 йәшлек Наташа Толстолуцкая матур кейемдәрен кейеп, күл буйына фотоға төшөргә китә. Шул саҡта ял итеүселәрҙең береһе йыраҡҡа йөҙөп китә һәм ағым уны һыу ташлай торған ергә алып китә башлай. МЧС класында уҡыған 16 йәшлек үҫмер уйлап та тормай һыуға һикерә.
– Оҙаҡ ҡына нисек тотоп алырға белмәнем. Ағым да ныҡ, ҡатын да ҡурҡышынан шок хәлендә ине, – ти Наташа.
Буласаҡ ҡотҡарыусы шулай ҙа ҡатынды эләктерә һәм ярға табан йөҙөп алып сыға.
Фотоға төшәм тип сығып киткән ҡыҙының лысма һыу килеш ҡайтып инеүен күргән әсәһенең ҡото оса. Шулай ҙа балаһының был аҙымын хуплай.
Йәш ҡотҡарыусы менән бата яҙған ҡатын шул тиклем ҡурҡҡан хәлдә була, хатта бер-береһенең исемдәрен дә һорамай. Әлеге мәлдә Наташаны бүләкләү өсөн документтар әҙерләйҙәр. Шулай ҙа иң мөһим һүҙҙәрҙе ҡыҙға бата яҙған ҡатындың бәләкәй ҡыҙы әйткән: “Әсәйемде ҡотҡарған өсөн рәхмәт”.
Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА
Фото: “Бәйләнештә”
Читайте нас: