Экономияланған сумманы аш-һыу бүлмәләренә кәрәкле ҡорамалдар һатып алыуға йүнәлтеү ҡаралған. Республика райондарына килгәндә, Радий Хәбиров аутсорсинг менән шөғөләнгән шәхси фирмаларға баҫым яһамаҫҡа саҡырҙы. Киреһенсә, уларға ярҙам итергә кәрәк. "Мәғариф сәғәте"ндә билдәләнеүенсә, балалар аҙығы менән тәьмин итеүселәр эше даими контролдә булырға тейеш. Ә бына урындағы ит етештештереүселәргә айырым иғтибар бүленсәк. Бер үк ваҡытта уҡыусылар төшкө ашты берҙәм социаль карта менән түләй аласаҡ.
Дәүләт комитеты шулай уҡ депутаттарҙан ведомство вәкәләттәрен арттырыуҙы һораны. Йәғни улар САНПИН талаптарын күҙәтеүҙе көсәйтергә һәм социаль туҡландырыу өлкәһендә дәүләт һатып алыу процедураһын ҡатмарлаштырырға ниәтләй. Бындай тәҡдим аукционда тәжрибәле компаниялар һәм квалификациялы белгестәрҙең ҡатнашыуын тәьмин итеү өсөн кәрәк. Радий Хәбиров шулай уҡ уҡытыусыларҙы бюрократик йөкләмәләрҙән, атап үткәндә ҡағыҙ эштәренән бушатырға, яңы уҡыу йылы алдынан мәктәп һәм балалар баҡсалары алдарында асфальт ҡатламын ремонтларға ҡушты.