Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
16 Июнь 2019, 13:00

Субсидия кемдәргә бүленә?

“Экология” милли проектына мәғлүмәти яҡтан булышлыҡ итеүсе коммерцияға ҡарамаған махсус автономиялы ойошмаларға федераль субсидия биреү ҡағиҙәләре билдәләнде.

Субсидияларҙы шулай уҡ ошо эштәргә бүлеү ҡаралған:
* экологик белем биреүгә, тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләүгә, милли проект тематикаһына йүнәлтелгән саралар ойоштороу һәм үткәреү,
* халыҡ өсөн экологик белем биреүгә йүнәлтелгән полиграфик баҫма сығарыу,
* киң мәғлүмәт саралары өсөн матбуғат турҙары ойоштороу һәм үткәреү,
* Рәсәй субъекттарында үҙебеҙҙең һәм сит илдәрҙең эксперттары ҡатнашлығында эшлекле саралар уҙғарыу,
* халыҡҡа экологик тәрбиә биреү маҡсатында видеоматериалдар булдырып, уларҙы киң мәғлүмәт сараларына урынлаштырыуҙы тәьмин итеү,
* милли проект тематикаһы буйынса мәғлүмәт материалдары әҙерләп, уларҙы Интернетта киң таратыу.
Билдәле булыуынса, ил Президенты Владимир Путин быйылғы Санкт-Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында: “Экологик хәл бөтөн кешелектең социаль-иҡтисади именлегенә туранан-тура хәүеф менән янай. Климат менән экология донъяуи үҫештең объектив факторына әйләнде”, – тине.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: