«Күсемһеҙ милек объекттарын инвентаризациялау темптары, федераль мәғлүмәт адреслы системаһын тулыландырыу буйынса Башҡортостан хәҙер Рәсәйҙә — өсөнсө, Волга буйы федераль округында беренсе урында», — тип билдәләне Олег Полстовалов.
Салауатта, Сибайҙа, Стәрлетамаҡта, Баймаҡ һәм Нуриман райондарында инвентаризациялау һәйбәт кимәлдә үткәрелгән. Өфөлә, Иглин һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында күрһәткестәрҙең түбән булыуы теркәлгән.
«Темпты кәметмәйбеҙ. Сентябрҙә муниципалитеттарҙың яңы йылға тиклем хәлде төҙәтергә ваҡыты булһын өсөн ағымдағы эштәр торошо тураһында мәғлүмәт тыңлайбыҙ, — тип йомғаҡ яһаны Башҡортостан етәксеһе. — Урындарҙа йыйылған аҡсаның аҙаҡтан халыҡҡа төҙөкләндерелгән ихаталар, яңы социаль объекттар рәүешендә кире ҡайтасағын аңлатырға кәрәк».
Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығында белдереүҙәренсә, инвентаризациялау барышында етешһеҙлектәр асыҡланған күсемһеҙ милек объекттары хужаларының бер ай эсендә «Дәүләт кадастр баһаһы һәм техник инвентаризациялау» учреждениеһында 30 процент ташлама менән межалау һәм техник план әҙерлеген рәсмиләштереү мөмкинлеге бар.