Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
18 Июнь 2019, 14:10

Туристар ишәйерме?

«Башҡортостан» милли паркы туристар һанын арттырырға ниәтләй.

Былтыр Мәләүез, Күгәрсен һәм Бөрйән райондарын үҙ эсенә алған парк 43 мең самаһы кешене ҡабул иткән. Был, алдағы йыл менән сағыштырғанда, ике тапҡырға күберәк. Туризмдан килгән табыш биш миллион һумдан ашып киткән.
Ялдарын файҙалы һәм күңелле үткәрергә яратыусылар өсөн быйыл да төрлө маршруттар ойошторолған. Халыҡты бигерәк тә Ағиҙел һәм Нөгөш йылғалары, Ҡотоҡ-Сумған, Нөгөш һыу һаҡлағысы үҙенә тартып тора. Бер үк ваҡытта Таллы һуҡмаҡ та туристарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыр тип көтөлә. Уның оҙонлоғо өс саҡрымдан ашыу.
Бар йәһәттән дә уйланылған экологик маршрут дауамында йәйәүлеләр өсөн ял итеү урындары ҡаралған, ошонда уҡ биләмәне төйәк иткән ҡырағай хайуандар, ағас-үҫемлектәр тураһында бай мәғлүмәт табырға була. Ә һуҡмаҡтың иң осона барып етеүселәргә осар ҡоштар бейеклегенән Башҡортостандың күркәм тәбиғәте менән һоҡланыу мөмкинлеге асыла.
Беҙҙең хәбәрсе.
Читайте нас: