Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
19 Июнь 2019, 17:24

Урал батыр рухы Ишембай ерендә

Бөгөн “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса республика йәш сәсәндәр бәйгеһе тамамланды.

Башҡортостандың 33 районынан йыйылған 200-ҙән ашыу бала бәйгелә бөйөк эпосты һөйләү оҫталығы буйынса көс һынашты.
Беренсе көндә фольклор коллективтары “Урал батыр” һәм башҡа башҡорт халыҡ ижады өлгөләренән өҙөктәр сәхнәләштерһә, иртәгәһенә бар ҡатнашыусылар Торатау итәгенә йыйылды.
Йәш сәсәндәр бәйгеһенә бөгөн йомғаҡ яһалып, еңеүсе билдәләнде. Бәхет Күмертау ҡалаһының 3-сө лицей уҡыусыһы Гөлназ Үтәгәноваға йылмайған.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА
Читайте нас: