Генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 1-се кавалерия полкын етәкләй. 1941 йылдың декабренән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры. Атлылар Дондан Эльбаға тиклем барып етә. Дивизияның 4 меңгә яҡын һалдаты орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә, 78 хәрбигә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, 5 кеше Дан орденының тулы кавалеры. Миңлеғәле Шайморатов Донбасс өсөн барған ҡаты алышта – 1943 йылдың 23 февралендә батырҙарса һәләк була.