Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
20 Июнь 2019, 01:52

Тынмаһын ҡумыҙ сыңы!

Бөгөн Мәсетле районында “Әй ауазы” төбәк-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы башланды. Ул башҡорт халыҡ уйын ҡоралдарында уйнау традицияларын һаҡлау, тергеҙеү һәм артабан үҫтереүгә, һәләтле башҡарыусыларҙы асыҡлауға йүнәлтелгән.

“Ижади ярыш ике турҙан тора. Ҡумыҙ сыңын яратҡан 300-ҙән ашыу ҡатнашыусы йыйылды”, - ти билдәле ҡумыҙсы, фестивалде ойоштороусыларҙың береһе Миңлеғәфүр Зәйнетдинов.
“Әй ауазы” төбәк-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы Рәсәй Президенты грантына ойошторола.
Әлфиә Хәмитова
Читайте нас: