Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
21 Июнь 2019, 15:26

Былтыр бюджет килеме артҡан

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай 5 июндә “2018 йылға Башҡор-тостан Республикаһы бюджеты-ның үтәлеше тураһында”ғы 107-з номерлы БР законын ҡабул итте.

2018 йылға республика бюджеты килеме 202,7 миллиард һум тәшкил иткән, был – 2017 йылға ҡарағанда 21 процентҡа күберәк. Шуларҙың һалым һәм һалым булмаған килеме 162,3 миллиард һум күләмендә ингән. 2017 йыл менән сағыштырғанда, килем 30,5 млрд. һумға артҡан. Килемдең артыуы 17,8 млрд. һум күләмендәге бер тапҡыр түләүҙәргә, һалым базаһын үҫтереү буйынса ҡабул ителгән сараларға, шулай уҡ килем менән идара итеүҙең көсәйеүенә бәйле.
Республика ҡаҙнаһының һалым һәм һалым булмаған структураһындағы күпселек өлөштө түбәндәгеләр биләй: ойошмаларҙың табышына һалым – 43,5 процент, физик шәхестәрҙең килеменә һалым – 23,0 процент, акциздар – 11,7 процент, мөлкәткә һалым – 10,4 процент, дәүләт милкендәге мөлкәтте файҙаланыуҙан килгән килем – 6,5 процент.
Ҡайтарылмаған керемдәр 40,4 млрд. һум тәшкил иткән, был 2017 йылға ҡарағанда 13,2 процентҡа күберәк. Федераль ҡаҙнанан 40,1 млрд. һум ингән, 2017 йыл менән сағыштырғанда 5,2 млрд. һумға йәки 14,8 процентҡа күберәк.
2018 йылға Башҡортостан Республикаһы бюджетынан сығымдар 180,0 млрд. һум күләмендә үтәлгән. Был 2017 йылға ҡарағанда 24,1 млрд. һумға йәки 15,4 процентҡа күберәк.
Республика бюджеты үткән йылдарҙағы кеүек социаль йүнәлеште һаҡлап ҡалған. Социаль өлкәгә сығымдар 127,1 млрд. һум (70,6 процент) тәшкил итә, шул иҫәптән социаль сәйәсәткә 46,5 млрд. һум (25,9 процент) йүнәлтелгән, мәғарифҡа – 45,2 млрд. һум (25,1процент), һаулыҡ һаҡлауға – 19,0 млрд. һум (10,5 процент), торлаҡ-коммуналь хужалығына – 6,8 млрд. һум (3,8 процент), мәҙәниәткә, кинематографияға – 5,6 млрд. һум (3,1процент), физик культураға, спортҡа һәм киң мәғлүмәт сараларына – 3,7 млрд. һум (2,1процент), тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға – 0,3 млрд. һум (0,1процент).
Иҡтисадтың реаль секторы үҫешенә сығымдар 29,4 млрд. һум (16,3 процент) тәшкил итә, муниципаль берәмектәр ҡаҙнаһына дөйөм характерҙағы бюджет-ара аҡса күсереү – 13,1 млрд. һум (7,3 процент), милли оборонаға, милли хәүефһеҙлеккә һәм хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлегенә – 1,0 млрд. һум (0,6 процент), башҡа сығымдар – 9,4 млрд. һум (5,2 процент).
Социаль өлкә үҫешенә, иҡтисад тармағына ярҙамға, инфраструктура проекттарын башҡарып сығыуға бурыстарҙың төп өлөшө бюджеттың программа өлөшө үтәлеше барышында тормошҡа ашырылған. Башҡортостан Республикаһының 29 дәүләт программаһы сиктәрендә 97, 3 процент йәки 175,2 млрд. һум бюджет сығымдары финансланған.
Читайте нас: