Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
21 Июнь 2019, 16:31

Һөт кухняһы асыла

Башҡортостанда өс йәшкә тиклемге 150 меңдән ашыу сабыйҙы таҙа һәм сифатлы һөт ризыҡтары менән тәьмин итеү өсөн һөт кухнялары асыу тураһындағы мәсьәлә апрелдә үк Башҡортостан Хөкүмәте кәңәшмәһендә күтәрелгәйне. Боҙ урынынан ҡуҙғалды, тиһәк тә була.

1 июлдә Стәрлетамаҡта сабыйҙар өсөн сифатлы һөт аҙыҡтары етештереүсе кухня асыла. Бында 15 төр продукция етештереләсәк, шул иҫәптән кефир, йогурт, эремсек. Әйткәндәй, йылына 1,5 миллион порция ризыҡ етештереү планлаштырыла. Бында етештерелгән һөт ризыҡтары яҡын-тирә ҡалаларға һәм райондарға ла таратыласаҡ.
Ф. ҒӘЛИЕВА.
Читайте нас: