Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
23 Июнь 2019, 12:32

Бөгөн “Урал аръяғы-2019” I Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы Әбйәлил районында дауам итә.

Йыйынға килгәндәр башҡорт халҡының милли байрамы һабантуйҙа ҡатнаша.Форумға 11 илдән – Австрия, Иордания, Болгария, Франция һәм башҡаларҙан вәкилдәр килде. Сарала Республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡатнаша. Форумда ҡалалар үҫеше, туризм, экология һәм инвестициялар йәлеп итеү мәсьәләләре ҡаралды.

Сараны ҡабул итергә әҙер Айғырбатҡан яланы этно-ауылды хәтерләтә: бер-бер артлы теҙелеп киткән тирмәләр, халҡыбыҙҙың тормош-көнкүрешен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, кәсеп-шөғөлдәрен, тарихын сағылдырған бай күргәҙмәләрҙә ниндәй генә экспонаттар урын алмаған! Республиканың 25 муниципаль районы тирмә ҡорған.
Һабантуйҙа ат сабышы, төрлө милли һәм спорт ярыштары буласаҡ. Республика Башлығы призына милли көрәш турниры бил батырҙарын бер майҙанға йыя. Төп бүләк – автомобиль.
Биләмәлә шулай уҡ балалар өсөн һабантуй була, сауҙа, туҡланыу урындары эшләй.
Читайте нас: