1 июлдән һыу менән тәьмин итеү, һыу түгеү, йылылыҡ энергияһы, электр энергияһы һәм тәбиғи газ өсөн хаҡ күтәрелә. Коммуналь ҡалдыҡтарҙы эшкәрткән төбәк операторҙарының тарифы үҙгәрешһеҙ ҡала.
Коммуналь түләүҙәр өсөн сығымдарҙың төп өлөшө йылылыҡ энергияһына тура килә. Оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров, юғалтыуҙарҙы кәметеү маҡсатында республикала йылылыҡты һаҡлау программаһын ҡабул итергә ҡушты.
1 июлдән Волга буйы федераль округына ҡараған 8 төбәктә тарифтар арта. Пенза өлкәһе һәм Пермь крайында хаҡтар – 4, Татарстанда - 3, Киров өлкәһендә - 2,8 процентҡа күтәрелә.