Йәштәр форумына Башҡортостандан һәм күрше төбәктәрҙән 250 кеше килеүе көтөлә. Программала мәҙәниәт, шоу-бизнес, сәйәсәт һәм медиа өлкәләре вәкилдәре менән осрашыу ҡаралған.
Быйыл фекер алышыуҙарҙы беренсе тапҡыр башҡорт телендә үткәреү планлаштырыла. Форумдың маҡсаты- социаль проекттар әҙерләүсе, республиканы үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләре буйынса тәҡдимдәр индереүҙә әүҙем ҡатнашҡан йәш етәкселәрҙең яңы быуынын тәрбиәләү.