Күптән түгел Өфө ҡалаһы хакимиәте призына ойошторолған турнирҙа Мәсетле районынан Айгиз Зәйнетдинов еңеп сыҡҡайны. Еңел автомобиль менән бүләкләнгән башҡорт егете был ярыштың ҙур әҙерлек булыуын билдәләне. Үҙ ауырлыҡ үлсәмендә бер кемгә лә бил бирмәгән яҡшашыбыҙҙы илдең төп командаһы тренерҙары ла иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Улар Айгизде Рәсәй данын яҡлау өсөн Татарстанда үтәсәк донъя беренселегенә саҡырҙы.
Алла биргәс донъя күләмендәге ярышта яҡташыбыҙ бирешмәй. Ул Италия, Әҙербайжан һәм Ҡырым вәкилдәре менән көрәшә. Әммә бер спортсы ла Айгизгә ҡаршы тора алмай. Хатта финалдағы дәғүәсе лә 6-0 иҫәбе менән отола. Бындай юғары исемгә лайыҡ булыу өсөн башҡорт егетенә күп көс тир түгергә тура килгән. Уның еңеүгә ынтылышы һәм ихтыяр көсөнә һоҡланабыҙ, ти билдәле ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов.
Тағы ла бер яҡташыбыҙ Артур Зөлҡәрнәев та үҙ ауырлыҡ үлсәмендә еңеү яуланы. Ҡыйғы районы вәкиленең исеме спорт һөйөүселәргә яҡшы таныш. Ул бер нисә тапҡыр Башҡортостан, Рәсәй һәм донъя чемпионы. Әйткәндәй, Артур ҙа хәҙер халыҡ-ара класлы спорт мастеры. Бындай иғтибар спортсыларға төрлө ташламалар биреүе менән әһәмиәтле, мәҫәлән транспорт һалымынан тулыһынса азат итә.
Донъя беренселегендә үҫмерҙәр ҙә һынатманы. Быйыл тәүге тапҡыр өлкәндәр менән бергә 17-18 йәшлек спортсылар ҙа бил һынашты. Бында инде Башҡортостандан Артур Зарипов менән Ильвар Хисмәтуллин үҙ ауырлыҡ категорияларында алтын миҙал яуланы. Дөйөм команда беренселегендә лә Рәсәй командаһына тиңәләшеүсе булманы. Оло еңеүгә республика вәкилдере лә тос өлөш индерҙе.