Александр Невский ордены Рәсәй империяһы осоронан тапшырылып килә. Советтар Союзы дәүерендә рәсми статусын юғалтып торҙо. 2010 йылда яңынан бирелә башланы. Невский ордены илебеҙҙең халыҡ-ара абруйын күтәреү, оборона ҡеүәтен арттырыу, иҡтисад, фән, мәғариф, мәҙәниәт, сәнғәт һәм медицина үҫешенә ҙур өлөш индергән дәүләт эшмәкәрҙәренә тапшырыла.