V ҡоролтайҙа халыҡ араһынан һайланған 600-ҙән ашыу делегат ҡатнаша, уларҙың яртыһы тиерлек — республикала, 157-һе Рәсәй төбәктәрендә йәшәй. Башҡорт халҡының 50 вәкиле тарихи ватанына 21 илдән — АҠШ-тан, Швейцариянан, Голландиянан, Монаконан, Израилдән, Латвиянан һәм башҡа илдәрҙән килгән.
Ҡоролтай эшендә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡатнаша. Ҡунаҡ сифатында Рәсәй Федерацияһы Президенты хакимиәте етәксеһенең милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса урынбаҫары Магомедсалам Магомедов, Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Игорь Баринов, Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советы ағзалары Лилиә Ғүмәрова һәм Ирек Ялалов саҡырылды.