Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
28 Июнь 2019, 17:01

Мәскәү ҡунаҡтары ла килеп еткән

Мәскәүҙә эшләп килгән “Аҡ тирмә” фольклор төркөмө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сиктәрендә үткәрелгән сараларҙа ҡатнашыу өсөн Башҡортостанға килде. Илдең баш ҡалаһына башҡорт мөхитен бөркөүселәр Стәрлетамаҡта ла булды.

Үҙҙәре ҡатнашасаҡ төп сараға улар бер аҙна алдан уҡ килгәндәр ине. Төркөм вәкилдәрен республика телевидениеһының “Сәләм!” һәм “Хәйерле иртә!” тапшырыуҙарының тура эфи-рында ҡатнашты, шулай уҡ Стәрлебаш районының Елембәт ауылына барып, “Кәкүк сәйе”ндә йырлап-бейеп ҡайтты, Ишембай ҡалаһы мәҙәниәт йорто алдында концерт та ойошторҙо.
Мәскәүҙәге “Аҡ тирмә” башҡорт милли-мәҙәни үҙәге рәйесе Гөлсинә Батыршина һүҙҙәренсә, төркөм үҙенә ҙур маҡсаттар ҡуйған һәм Башҡортостан ерендә видеоклиптарға төшәсәк. Видео яһар өсөн улар Торатауға күтәрелеп, Стәрлетамаҡ ҡалаһында һәм Ишембай эргәһендәге матур урындар буйлап йөрөп үтәләр. Беҙ ҡунаҡтарҙы шундай эш мәлдәренең береһендә тап иттек тә инде.
Э. МӨНИРОВ.
Читайте нас: