“Айыҡ ауыл” программаһын тормошҡа ашырыу – көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Башҡалар ниндәй алымдар менән эшләй икән – ошо турала белергә теләйем. Беҙҙең ауыл халҡы берҙәм. Бергәләшеп тотонһаҡ, еңеп сығырбыҙ тип уйлайым. Ғөмүмән, бөтә район буйынса ошо проблеманы күтәреп сығырға кәрәк.
Әүҙем йәмәғәт эшмәкәре булараҡ, бихисап эштәр ойошторорға тура килә. Беренсе бөтә донъя һуғышында ҡатнашҡан ауылдашыбыҙ, Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре, Башҡортостан автономияһының кесе ҡоролтайы ағзаһы, башҡорт ғәскәрҙәре офицеры, подполковник Шаһихәйҙәр Шаһингәрәй улы Аҡсулпанов рухына таҡтаташ асырға йыйынабыҙ. Әле ошо ваҡиға айҡанлы дәррәү әҙерлек бара. Әлеге ваҡытта Күсәрбай ауылында 102 йорт бар. Һәр кем үҙ йорт-ҡураһын тәртипкә килтерә, йыйыштыра.
Ҡасандыр гөрләп торған мәктәпкә ябылыу хәүеф янай. Бынан бер нисә йыл элек урта мәктәптән башланғыс кластар ғына тороп ҡалды. Көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе – ошо башланғыс мәктәпте һаҡлап алып ҡалыу. Икенсе проблема – ауылда ферма ябылыу арҡаһында күп кеше эшһеҙ ҡалды. Өсөнсөһө – ер мәсьәләһе. Күсәрбай, Стәрлетамаҡҡа яҡын ғына урынлашҡан, ҡалаға йөрөп эшләү өсөн уңайлы. Ерҙе ваҡытында бирмәүҙәре арҡаһында йәш ғаиләләрҙең күбеһе күсеп китергә мәжбүр булды. Бөгөн ауылда донъя көтөргә теләгән кешеләргә ер һатып алыу өсөн байтаҡ ҡына аҡса кәрәк. Шулай ҙа ауылыбыҙ күҙгә күренеп матурая, ҙурая. Яҡын арала яңы урам асыласаҡ. Алла бирһа, яугир ауылдашыбыҙ 1812-14-се йылдарҙағы Ватан һуғышында ҡатнашҡан Аралбай Аҡсулпановтың исемен бирергә ниәтләйбеҙ. Иң мөһиме, һуңғы ваҡытта әйтеп киткән проблемаларҙы сисергә өмөт уянды. Район етәкселеге һәр мәсьәләгә иғтибар менән баға. Әйткәс әйтәйек инде, быға тиклем район хакимиәте башлығының район ҡоролтайы ултырышында ҡатнашҡанын күргән дә юҡ ине. Ә Әнүәр Абдрафиҡов вазифаһына тәғәйенләнгәс тә беҙҙең ултырышта ҡатнашты.