Фекер алышыуҙарҙағы тәҡдимдәр ҡоролтай резолюцияһына индерелде. Польшанан килгән делегат, Вячеслав Чернев башҡорт телен уҡытыу һәм уны ҡулланыу даирәһен киңәйтең йүнәлешендә башланғыстары менән бүлеште.
Секциялар эшендә ҡатнашыу халҡыбыҙҙың яҡты киләсәгенә үҙ өлөшөңдө индереү тигән фекер белдерҙе Ростов өлкәһе делегаты, Мәхмүт Сәлимов. Отставкалағы хәрби кеше булараҡ ул 112-се башҡорт атлы дивизияһының шанлы тарихын тергеҙеү менән шөғөлләнә. 5-се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ултырышында уның легендар командиры, генерал Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыу ҡарары, тарихи ваҡиға тигән фекерҙә милләттәшебеҙ.