Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
1 Июль 2019, 21:02

Милләт нигеҙе – эшлеклелек

Милләт нигеҙе – эшлеклелекҠоролтайҙағы секциялар араһында “Бизнес: заман талаптары һәм яуаптар” тигәне иң мөһимдәренең береһе булғандыр, моғайын, сөнки бөтә нәмәнең нигеҙендә иҡтисад ята һәм йәшәйештең бөтә өлкәләрен дә ул тәьмин итә. Ни өсөн башҡорттарҙа эшҡыуарлыҡ беҙ теләгәнсә йылдам үҫә алмай, был йүнәлеште яйға һалыу өсөн ниндәй саралар кәрәк? Делегаттар, эксперттар һәм саҡырылған ҡунаҡтар шул һорауҙарға яуап эҙләне, тәҡдимдәр бирҙе.

Фекер алышыуҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Иршат Аҫылғужин, Башҡортостандың Стратегик тикшеренеүҙәр иституты директоры Азат Йәнгиров, “Солтан” проекты авторы Камил Хәйруллин, Монегаск LUXPRO компанияһының генераль директоры Гөлшат Үҙәнбаева, эшҡыуарҙар Лилиә Сафина менән Марат Камалов һәм башҡалар ҡатнашты.
– Беҙҙең халыҡта эшҡыуарлыҡ рухын уятырға кәрәк, Ҡоролтай был эште өҫтөнлөклө йүнәлеш итеп танырға тейеш, – тине Иршат Аҫылғужин. – Башҡорттарҙың менталитеты, башланғыстар менән сығыш яһарға өйрәнмәүе, йыш ҡына әҙерҙе көтөп ултырырға ғәҙәтләнеүе был йүнәлештә йылдам барырға ҡамасаулай һәм беҙ шул проблемалар менән ныҡлап шөғөлләнергә бурыслыбыҙ.
– Башҡорт халҡын үҫтереү стратегияһы буйынса проект әҙерләнде. Әлегә ул концепция ғына һәм уны тулы күләмендә һеҙҙең ярҙам менән эшләргә иҫәп тотабыҙ, – тине Социаль- иҡтисади тикшеренеүҙәр институты өлкән ғилми хеҙмәткәре Вилүр Әхмәтов.
Секциялағы докладтар һәм сығыштарҙы тыңлағандан һуң ҡабул ителгән резолюцияла башҡорттар араһында эшҡыуарлыҡты үҫтереү кимәленең әлегә түбән булыуы һәм баҙар иҡтисады талаптарына яуап бирә алмауы билдәләнде. Был иһә, үҙ сиратында, башҡорт халҡының иҡтисади үҙаллылығын ҡаҡшата. Шуларҙы иҫәпкә алып, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Бизнес үҙәге булдырырға ҡарар ителде, ул башҡорт халҡын эшҡыуарлыҡҡа йәлеп итеүҙе, үҙ эшен башлап тороусыларға ярҙам күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя, республика райондарында һәм Рәсәй төбәктәрендә был Үҙәктең филиалдары асылырға тейеш.
Йыл һайын “Бизнес-Ҡоролтай” форумдары үткәрергә, башҡорт эшҡыуарының ыңғай образын тыуҙырыу өҫтөндә эшләргә, аҡса эшләү буйынса ыңғай миҫалдарҙы халыҡҡа еткереп торорға, ваҡлап һатыу сауҙаһының баҙарға үтеп инеүенә һәм эре сауҙа селтәрҙәренә ҡаршы тора алыуына ярҙам итергә, этник туризмды үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк инфраструктура булдырыуға айырым иғтибар бирергә ҡарар ителде.
Автор: Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.
Читайте нас: