Ҙур сара алдынан «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы конференц-залында матбуғат конференцияһы уҙҙы. Спикерҙар – Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Башҡортостандың халыҡ артисы Роберт Юлдашев һәм Мәскәү ҡунаҡтары сығыш яһанылар.
Ойоштороуҙар һүҙҙәренсә, илдең баш ҡалаһында йәшәүселәр һәм милләттәштәребеҙ иғтибарына ҙур концерт программаһы тәҡдим ителәсәк. Һабантуй майҙанын халыҡтың көнкүрешен һәм йолаларын сағылдырған тирмәләр биҙәйәсәк, ошонда уҡ халыҡ кәсептәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойоштороласаҡ, ҡунаҡтарға милли аш-һыу тәҡдим ителәсәк.
«Һабантуй сиктәрендә иң яҡшы музыканттарыбыҙ сығыш яһаясаҡ, этно ихаталар ойошторола», – тине Әмина Ивний ҡыҙы Шафиҡова.
Был юлы республика исеменән Хәйбулла һәм Кушнаренко райондары вәкилдәре сығыш яһай.