Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
2 Июль 2019, 15:16

ОЛО ҠОРҒА ЙЫЙЫЛДЫ БАР ДОНЪЯНЫҢ БАШҠОРТО

ОЛО ҠОРҒА ЙЫЙЫЛДЫ БАР ДОНЪЯНЫҢ БАШҠОРТОV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үттеБилдәле булыуынса, сара 28-29 июндә Өфөлә һәм Ишембай районында, бөтөн донъяға билдәле шиханыбыҙ Торатау янында үтте.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына Рәсәй төбәктәренән – 157, сит илдәрҙән 58 делегат саҡырылды. Башҡортостандың район һәм ҡалаларынан 295 кеше һайланды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты раҫлаған положениеға ярашлы, делегаттар мотлаҡ һайлау аша үтергә һәм уларҙың кәмендә 30 процентын йәштәр тәшкил итергә тейеш ине. Был ҡарар тулыһынса үтәлде. Стәрлетамаҡтан 11 делегат ҡатнашты, шуларҙың икәүһе – йәш быуын вәкиле.
Съезда һигеҙ секцияла мәғариф һәм кадрҙар, башҡорт теле, тарих, демография һәм һаулыҡ, медиа даирә, мәҙәниәт һәм сәнғәт, бизнес, төбәктәге башҡорттар темалары ҡаралды. Ләкин иң мөһиме шунда: секция ултырыштары ябай һөйләшеүгә һәм резолюция ҡабул итеүгә генә ҡайтып ҡалманы, делегаттар милләт киләсәген күҙаллаған өр-яңы проекттар, Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы өҫтөндә эшләнеләр. 28 июндә Өфөлә «Ватан» этнопаркында сағыу «Самрау» шоу фестивале үтһә, 29 июндә «Торатау» ҙа Рух байрамы дауам итте. Сарала 50 меңләп кеше ҡатнашты. Уҡсылар, һыбайлылар, буҙасылар һәм башҡа оҫталар ярышты, ә бай тамаша лазерлы шоу менән тамамланды.
Ҙур сара хаҡында ентекләберәк гәзитебеҙҙең киләһе һандарында уҡығыҙ.
Читайте нас: