Бының өсөн райондарҙа тауар ебәреү өсөн ете нөктә асылған. Пландар буйынса, оҙаҡламай һөт ризыҡтары Күмертауға һәм Ауырғазы районына ла ташыласаҡ.
31 декабргә тиклем ошондай уҡ етештереүҙе Октябрьский, Сибай, Нефтекама һәм Белоретта асырға йыйыналар. Улар сафҡа ингәс, тәбиғи һөт тауары менән 15,5 мең бала тәьмин ителәсәк. Был – ошо тауарҙарҙы бушлай алырға хоҡуғы булған, алты айҙан өс йәшкә тиклемге балаларҙың 69,2 проценты.
– Ысынбарлыҡта беҙ элек Советтар Союзы заманында булған һөт кухняларын ҡайтарабыҙ. Был бик етди һәм ҙур эш. Тимәк, беҙ бәләкәй балаларҙың һаулығын нығытыу өсөн эшләйбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Был йүнәлештә махсус сайт эшләй, унда тауарға заказ ҡалдырырға һәм уңайлы нөктәнән барып алырға була. Килешеү төҙөгән саҡта баланың мәғлүмәттәре берҙәм базаға индерелә һәм уға үҙенсәлекле номер бирелә. Әйткәндәй, һөт кухняһы тауарҙарын һатып алырға ла мөмкин: яҡын арала был тауарҙарҙы эре сауҙа селтәрҙәренә ҡуясаҡтар.