Ашҡаҙар
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
5 Июль 2019, 16:37

Башҡортостанда яңы иҫтәлекле урын — «Торатау» геопаркы барлыҡҡа килде

Башҡортостанда яңы иҫтәлекле урын — «Торатау» геопаркы барлыҡҡа килдеҮткән аҙнала Башҡортостандың Ишембай районында урынлашҡан Торатау итәгендә тәүге тапҡыр «Торатау йыйыны» тип исемләнгән республика кимәлендәге байрам үтте. Ябай ғына иҫәпләүҙәр буйынса ла йыйында 30 меңдән 50 меңгә ҡәҙәр тамашасы ҡатнашты.

Байрам программаһы үҙ эсенә ысынбарлыҡҡа таянған тарихҡа нигеҙләнгән легендар сармат батшабикәһе Зарина тураһында «Сармат вариҫтары» тигән театрлаштырылған тамашаны, милли уйын төрө “Ылаҡ» буйынса ярышты, йәйәнән уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәрен, «Сармат алтындарын эҙләгәндә» исеме аҫтында үткәрелгән квесты һәм башҡа төр әүҙем ярыш, уйын төрҙәрен алды.
Байрам ҡунаҡтарының күңелен асырға ҙур күләмле «йондоҙло десант» килде: опера йырсыһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов, «Арғымаҡ», «Бүреләр», «Ҡурайсы», «Каруан-һарай», «Далан», «Бәхетле», «Дан» төркөмдәре, рэп-башҡарыусылар RNT, MC Баш, Башҡорт дәүләт филармонияһының халыҡ инструменттары милли оркестры, шулай уҡ үткән быуаттың 90-сы йылдарында башҡорт рогына нигеҙ һалыусы «Дәрүиш хан» рок төркөмөнөң яңы составы.
— Бөгөн һеҙҙең менән бергә булыу — ҙур баһа һәм ҙур яуаплылыҡ. Был ерҙәрҙән бер нисә километр алыҫлыҡта минең әсәйем тыуған ауыл урынлашҡан. Ошонда уҡ, алыҫ та түгел минең ата-әсәйем ерләнгән. Был — минең тыуған ерем һәм мин, беҙ татыу, бай һәм бәхетле йәшәһен өсөн, барыһын да эшләйәсәкмен, — тине байрамға килеүсе республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров. Ә аҙаҡтан социаль селтәрҙәге сәхифәһенә шундай һүҙҙәр яҙып ҡалдырҙы:
— Минең өсөн Торатау — ул бала сағыма, әсәйем тыуған ерҙәргә бәйле тау ғына түгел, халыҡтың берҙәмлеген күрһәткән символ да. Әгәр ҙә халыҡ берҙәм фронт булып кемделер йә иһә нимәнелер яҡлауға сыға икән, мотлаҡ рәүештә быға ҡолаҡ һалырға кәрәк. Ә төнөн инде Торатау тағын да бер яҡтан асылды — яҡтылыҡ һәм музыка ағымында ул шундай мәғрур һәм ғорур.
Нимә ул геопарк?
Ни сәбәпле һәм ни өсөн йыраҡ ерҙә үткәрелгән байрамға шул тиклем иғтибар һәм көс бүленде әле ул? Эш шунда: яҡын арала был территория туристар өсөн республикабыҙҙың яңы иҫтәлекле урынына әүереләсәк.
Үткән йылдың декабрь айында республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Торатау» геопаркын булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Нимә ул «геопарк»? Ул ябай ғына парк йәки географик яҡтан иҫтәлекле урын түгел. Геопарк — ул дәүләт тарафынан айырыуса һаҡланған регион, унда Ер шарының геологик тарихы асыла, ошо ерлектәге ландшафттың, тау тоҡомдарының нисек барлыҡҡа килеүе күрһәтелә, файҙалы ҡаҙылмаларҙың, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһының серҙәре сиселә.
Донъя геопарктары — туристарҙы ла, бик алыҫта ҡалған тарих менән ҡыҙыҡһыныусы йә иһә йәйәүләп йә велосипедҡа атланып сәйәхәт итергә, ваҡытты файҙалы һәм ҡыҙыҡлы үткәрергә теләгән урындағы халыҡты ла үҙенә тартып торған урын ул. Шулай уҡ улар һәр төбәктең ғалимдарының хыялы ла — өйрәнеү өсөн күпме материал бар унда, был байлыҡ барыһына ла етәсәк.
Торатау башҡа шихандар кеүек үк уникаль. Ҡасандыр ул ҙур барьер рифының бер өлөшө булған. Ул һыу эсендә урынлашҡан булған һәм 300 миллион тирәһе йылдар буйына формалашҡан, тектоник үҙгәреш арҡаһында ер өҫтөнә килеп сыҡҡан. Бындай күренештең аналогы донъяның башҡа бер мөйөшөндә лә юҡ.
Беҙҙең шихан геологтар өсөн генә түгел, археологтар өсөн дә бик ҡыҙыҡлы. Ғалимдар бында боронғо кешеләрҙең һәм хайуандарҙың эҙҙәрен тапҡан. Биологтар ҙа бында бик теләп килә, сөнки тауҙа «Ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән 42 төр үҫемлек үҫә.
Туристар ағымы башланыу менән, ошо уникаль флора һәм фаунаны һаҡлап ҡалыу өсөн, яҡшы план һәм инфраструктураны дөрөҫ урынлаштырыу кәрәк буласаҡ.
Унда нимә буласаҡ?
Парктың проектын эшләү үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәтеп өлгөргән белгестәргә ышанып тапшырылды. Улар — Мәскәү дәүләт университетының ҡала үҫеше һәм мәҙәниәт иҡтисады үҙәгенән территория архитекторҙары Анна Носова һәм Наталья Лукашина. Улар эшләгән концепцияға ярашлы, парк үҙ эсенә дүрт райондың территорияһын алып, яҡынса 4 мең квадрат километр ерҙе биләйәсәк.
Алдан күҙалланыуынса, парк составына 16 объект инәсәк. Уларҙың күпселеге әлегәсә аҙағына тиклем өйрәнеп тә бөтөлмәгән. Мәҫәлән, Ҡапҡа-Таш мәмерйәһе. Уның йәше — 380 миллион йыл тирәһе, ул шихандарҙан боронғораҡ. Ғафури районындағы Усолка эталон уйымы (халыҡ-ара кимәлдәге объект, «Красноусольск» шифаханаһы территорияһында урынлашҡан), Стәрлетамаҡ районындағы Йөрәктау шиханы, карьеры асыҡ геологик экспозиция булып ҡалған эшкәртелгән Шахтау шиханы, Берҡамыт шишмәһе, Этҡол һаҙлығы, Ҡалимосҡан ҡаяһы, Әхмәт Зәки Вәлиди хөрмәтенә тыуған ауылы Көҙәндә асылған музей һәм башҡалар — былар барыһы ла геопарктың уникаль байлығын тәшкил итәсәк.
«Янғантау» геопаркындағы кеүек үк, «Торатау»ҙың да иҡтисади үҙәге булып «Красноусольск» шифаханаһы хеҙмәт итер тип күҙаллана.
Парк бер нисә зонаға бүленәсәк: инеү сикле булған, ҡәтғи һаҡланған зоналар һәм бөтөн инфраструктура һәм сервис урынлашҡан рекреацион зоналар. Иң беренсе сиратта йәйәүлеләр өсөн тротуарҙарҙы, велосипед һәм автомобиль юлдарын тәртипкә килтереү кәрәклеге һыҙыҡ өҫтөнә алына, сөнки әлеге ваҡытта булған юлдар бик насар хәлдә. Яңы юлдар төҙөү ябай ғына эш булмауы әле үк күҙгә ташлана — буласаҡ парктың территорияһында тейергә ярамаған, федераль әһәмиәткә эйә булған геологик объекттар бик күп.
Туристар өсөн төрлө экскурсион маршруттар, майҙансыҡтар, юлдар һәм һуҡмаҡтар селтәре яһау ҡаралған. Яҡындағы пландарҙа Өфө ғалимдары менән берлектә геопарк проектын әҙерләп бөтөү һәм 2020 йылдың көҙөндә «Торатау» геопаркын ЮНЕСКО эгидаһы аҫтына индереүгә заявка юллау тора. Был паркка халыҡ-ара статус бирәсәк.
Читайте нас: