Артабан доклад менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин сығыш яһаны:
– Милләтебеҙ кешелек цивилизацияһы менән бергә XXI быуатҡа яңы һулыш менән аяҡ баҫа. Һуңғы йылдарҙа халыҡты башҡорт теле менән бәйле проблемалар уйға һала, йәмәғәт ойошмалары был мәсьәләне күтәреп сыға. Телде үҫтереү бишектән, ғаиләнән башлана, шуға күрә дәүләт структураларына һәр башҡорттоң, ғаиләнең туған телде өйрәнеү теләге булып барып етһен маҡсаттар! Яңы технология-лар, һанлаштырыу быуатында йәшәйбеҙ. Йәштәр үҙ тормошон гаджеттарһыҙ күҙ алдына ла килтермәй икән, башҡорт теле һанлы технологиялар донъяһында ла тәғәйен урын алырға тейеш.
Данир Әхмәҙи улы шулай уҡ бөгөнгө көндә халҡыбыҙҙы борсоған күп мәсьәләләргә туҡталып үтте, ауыл ерҙәрендә эш булмауын, эскелек кеүек насар ғәҙәттәр халыҡты насар юлдарға этәреүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Милләт эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Игорь Баринов Башҡортостандың элек-электән күп милләтле ғаилә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ул шулай уҡ башҡорттарҙың Тыуған ил яҙмышы ҡыл өҫтөндә булған саҡта уны һаҡлап дәррәү яуға күтәрелеүе хаҡында ла һөйләп үтте. “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы алда миллилеккә ҡағылышлы күп кенә киҫкен мәсьәләләрҙе хәл итергә тейеш”, – тине ул.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың әйткән һәр фекере тиерлек ултырышта ҡатнашыусылар тарафынан көслө алҡыштар менән йылы ҡабул ителде.
– Беҙҙе донъяла ҡурайсы, бейеүсе, умартасы кеүек боронғо стереотип итеп ҡабул итмәһендәр өсөн башҡорттарға булған элекке ҡарашты үҙгәртергә кәрәк, – тип билдәләне етәксе. – Замана башҡортоноң йыйылма образында ата-бабаларыбыҙҙың быуатлыҡ аҡылы, эскерһеҙлек, киң күңеллелек һәм ҡунаҡсыллыҡ, эшсәнлек, һынауҙарға ҡаршы торорлоҡ сыҙамлыҡ, мобиллек һәм заманса үҫешергә әҙер булыу ярылып ятырға тейеш.
Радий Хәбиров тағы ла үҙ сығышында башҡорт теленә ҡағылышлы проблемалар-ҙы ла атап үтте. Башлыҡ фекеренсә, туған телебеҙгә хәүеф бар икән, ул нәҡ үҙебеҙҙең вайымһыҙлыҡтан, битарафлыҡтан.
– Башҡорт телен көсләп өйрәтеүҙе бөтөрөргә, уны модаға индерергә кәрәк. Шулай уҡ әҙәби телгә оҡшамаған диалектта һөйләшеүсе милләттәштәребеҙҙе ситкә этәреүҙе туҡтатыу мөһим. Уларҙың милли рухы башҡорт филологияһы факультетын тамамлағандарға ҡарағанда ла ҙурыраҡ булыуы бар, – тине ул. Башлыҡ башҡорт әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә, кинематогра-фияһына, милли матбуғатҡа ярҙам ҡулы һуҙырға, телде өйрәнеү буйынса курстар асырға вәғәҙә бирҙе.
Быларҙан тыш, Радий Хәбиров республика халҡынан күп мөһим проекттарҙы бойомға ашырыуҙа ярҙам һораны һәм барыһын да берҙәм булырға, бер-береһе менән һүҙләшмәҫкә саҡырҙы.
– Әйҙәгеҙ был үҙ-ара аңлашыл-маусанлыҡтарҙы бөтөрәйек. Беҙҙең зирәк ата-бабаларыбыҙ төрлө ырыуҙарҙан булып та мөһим һорауҙарҙы татыу хәл итә алған. Беҙгә лә Башҡортостандың киләсәге хаҡына берҙәм булырға кәрәк.
Сара барышында тарихи шәхестәре-беҙҙең исемдәрен мәңгеләштереү буйын-са ваҡиғаларҙы күреп тә ҡыуандыҡ. Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл асылһа, шулай уҡ Өфөлә генерал Миңлеғәле Шаймора-товҡа киләсәктә һәйкәл ҡуйыласаҡ.
V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы барышында ойошманың уставына үҙгәрештәр индерелде. Бығаса устав буйынса президиум юҡ ине. Тауыш биреү һөҙөмтәһендә киләһе биш йыллыҡҡа президиум составы һайланды. Президиум ағзалары бер тауыштан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе вазифаһына Эльвира Айытҡолованы һайланы.
Эльвира Айытҡолова Ҡоролтай прези-диумы рәйесе вазифаһын етәкләһә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының рәйесе итеп Искәндәр Юлдашев һайланды. Искәндәр Юлдашев Мәскәүҙә тыуған, Өфөлә үҫкән. Һөнәре буйынса – юрист.
«Башҡортостан» гәзитенән.