Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
5 Июль 2019, 14:43

Төҙөүселәр урамы йәмләнә

Төҙөүселәр урамы йәмләнәБыйыл Төҙөүселәр урамын һәм Октябрь проспектының дауамын төҙөкләндерәсәктәр.

“Ҡала мөхите” программаһы сиктәрендә Стәрлетамаҡ йылдан-йыл матурлана, үҫә. Йәшеллеккә күмелгән матур-матур ал-леялар, бульварҙар ҡалҡып сыға. Быйыл да был тәңгәлдә эш йәнләнде. Төҙөүселәр урамының Ҡаранай Моратов урамынан алып Раевка трактына тиклемге өлөшөнә асфальт түшәләсәк. Проект буйынса унда йәмәғәт транспорты туҡталыштары һәм автотранспорт өсөн парковка урындары булдырыла.
Ә Октябрь проспектынан алып Мәктәп урамына тиклемге участкала ял итеү зонаһы төҙөлә. Бында балалар майҙансыҡтары, йәйәүлеләр һәм велосипед юлдары буласаҡ. Бульварҙы йәшелләндереү маҡсатында күпләп ағас үҫентеләре, ҡыуаҡлыҡтар һәм сәскәләр ултыртыу ҡаралған.
Шулай уҡ Октябрь проспектының дауа-мында тротуарҙар буйлап ял итеү өсөн эскәмйәләр, урналар ҡуйыла һәм велосипед юлдары һалына. Тик шуныһын һыҙыҡ өҫтөнә алғы килә: булдырылған матурлыҡты боҙмай, һәр нәмәгә һаҡсыл ҡараһаҡ ине.
Читайте нас: