Ашҡаҙар
+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
9 Июль 2019, 14:30

Кемдең министр булғыһы килә?

Кемдең министр булғыһы килә?Башҡортостанда яңы етәкселәрҙе эҙләү буйынса конкурсҡа старт бирелдеРеспубликала үҙҙәрен күрһәтергә, тыуған илгә һәм йәмғиәткә файҙа килтерергә теләгән, ләкин «социаль лифт»тарының йомшаҡ булыуы сәбәпле быны эшләй алмаған көслө шәхестәрҙе асыҡлау маҡсатын ҡуйған «Башҡортостан лидерҙары» проектына старт бирелде.

— Етәксенең һәр ваҡыт ике проблемаһы була — ҡайҙан квалификациялы хеҙмәткәрҙәр табырға һәм квалификацияһы түбән булған эшкә яраҡһыҙҙарҙан нисек ҡотолорға. Ошо мәсьәләләрҙе хәл итеү маҡсатында беҙ «Башҡортостан лидерҙары» конкурсын башлап ебәрҙек. Проекттың асылы — кандидаттарҙы ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡтан тыш һәм коррупцияһыҙ ғәҙел итеп һайлауҙы тәьмин итеү. Һәләтле, инициативалы кешеләргә «арттан этеүсеһеҙ» алға барыу мөмкинлеге биреү, — тине республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров.
Ниндәй конкурс ул?
Беренсе аҙнала уҡ конкурста ҡатнашырға 3500 кеше ғариза биргән. Республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе, конкурстың күҙәтеүселәр советы башлығы һәм көйләүсеһе Александр Седякин белдереүенсә, анкета биреүселәрҙең 97 проценты — Башҡортостан кешеләре. Конкурста ҡатнашҡан башҡа ҡалалар, атап әйткәндә, Мәскәү вәкилдәрен иһә, республиканан сыҡҡан һәм кире ҡайтып уның мәнфәғәттәрендә хеҙмәт итергә теләгән кешеләр тиергә кәрәк. Әлеге ваҡытта ҡатнашыусыларҙың 85 проценты – ир-егеттәр. Республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе һүҙҙәренә ҡарағанда, Башҡортостан көслө кадрҙар потенциалына эйә, уларға ҡытлыҡ юҡ тиерлек, нефть, авиация йүнәлешендә белем биргән уҡыу йорттарының яҡшы традициялары бар, шул уҡ ваҡытта Аҡ йорттан көслө шәхестәрҙе күрермен тимә. Власть ҡулланған традицион кадрҙар һайлап алыу ысулы һәр ваҡытта ла стандарт карьера баҫҡыстарын һәм иерархияны урап үткән талантлы кешеләрҙе йәлеп итә алмай. Конкурсты үткәреү маҡсаты — «теләһә ниндәй команданың да биҙәге буласаҡ ошо ынйы бөртөктәрен күрергә» мөмкинлек биргән яңы заманса ысул булдырыу.
Проектта нисек ҡатнашырға?
Проект ике өлөштән тора.
Беренсеһе «Идара итеү командаһы 2020-2025» тип атала, ул идара итеү тәжрибәһе булған 25-45 йәшлек кешеләргә иҫәпләнгән.
Унда ҡатнашыу өсөн:
Һеҙгә 25-45 (был йәште лә индереп) йәш булырға тейеш.
Тамамланған юғары белемегеҙ һәм идара итеү тәжрибәһе булыуы шарт (25-35 йәшлектәр төркөмөндә менеджер вазифаларында стаж — 2 йылдан, 36-45 йәштәрҙәге төркөм өсөн стаж 3 йылдан да кәм булмаҫҡа тейеш).
Һеҙ закон алдында таҙа булырға тейешһегеҙ.
11 июлгә ҡәҙәр leaders.bashkortostan.ru сайтында анкета тултырырға, шулай уҡ ике һорауға яуап биргән видеовизитка беркетергә кәрәк. Һорауҙар шундай: һеҙ ни өсөн конкурста ҡатнашырға теләйһегеҙ һәм был конкурсҡа нимә менән килдегеҙ (ниндәй ҡаҙаныштарығыҙ бар һәм ниндәй проекттарҙа етәкселек иттегеҙ)?
Барыһын да дөрөҫ итеп эшләүселәргә ике тест үтергә тәҡдим итәсәктәр: дөйөм эрудияға (хоҡуҡ, рус теле һәм әҙәбиәте, Рәсәй һәм Башҡортостан мәҙәниәте буйынса һорауҙар) һәм текст, һандар, таблицалар, графиктар менән эшләй белеү һәләтен тикшереүгә ҡағылышлы.
Барлыҡ һынауҙарҙы уңышлы үтеүселәрҙе Өфөгә саҡырасаҡтар. Унда көн дауамында эшлекле уйындар үтәсәк һәм асыҡ микрофон форматында үҙ проекттарыңды тәҡдим итергә кәрәк буласаҡ.
Август аҙағында финал үтәсәк. Унда ҡатнашыусылар күҙәтеүселәр советы алдында үҙҙәрен презентацияларға — үҙе, проекты тураһында һөйләргә һәм ни өсөн нәҡ ул еңеүгә лайыҡ икәнлеген иҫбат итергә тейеш буласаҡ.
Проекттың икенсе өлөшө «Башҡортостан Республикаһының йәш лидерҙары» тип атала һәм 35 йәшкә тиклемге киң мөмкинлектәргә эйә, сәләмәт амбициялы, тыуған илгә ярҙам итеү теләге менән янған йәш кешеләргә иҫәпләнгән. Конкурс уларға, сит төбәктәргә китмәй, тыуған ерендә асылырға һәм теләктәрен тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк.
Унда ҡатнашыу өсөн:
Һеҙгә 18-35 йәш булырға тейеш.
Тамамланмаған юғары йәиһә урта махсус, шулай уҡ тамамланмаған (өлкән курс студенттары өсөн) белем булырға тейеш.
Идара итеү тәжрибәһе мотлаҡ түгел, ләкин булһа — яҡшыраҡ, шул иҫәптән проекттар менән идара итеү тәжрибәһе лә иҫәпкә алына.
Закон алдында таҙа булырға тейешһегеҙ.
Артабан дәғүәселәрҙе эш тәжрибәһе булған конкурсанттарҙыҡы кеүек үк һынауҙар көтә — тесттар, эшлекле уйындар. Айырма ла бар — финал алдынан конкурсанттар ике айлыҡ белем биреү марафонында ҡатнашасаҡ. Профилле предприятиеларға ҡыҫҡа ваҡытлы стажировкалар һәм экскурсиялар ойоштороласаҡ.
Конкурстың был өлөшөнә декабрь уртаһында ғына йомғаҡ яһаласаҡ.
Еңеү яулаған кеше идара итеү эшенә тәҡдим аласаҡ, — ти республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Седякин.
Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
Барлыҡ документтар һәм ғаризалар өсөн формалар —
leaders.bashkortostan.ru сайтында.
«Ҡайнар элемтә» телефоны:
8-800-347-00-11.
Материалдар БР «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе [email protected] адресы йәки (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.
Читайте нас: